Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:16

Тәбиғәт парктарына хәлдәр нисек?

Сүп-сар өйөмдәренә ҡарап ҡына ла хәлдәрҙе белергә була

Үткән аҙнала республиканың тәбиғәт парктарында кеше бик күп булды. Матур тәбиғәт ҡосағында 12 меңдән ашыу кеше ял иткән.

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркында ике меңдән ашыу кеше ял иткән. Директоры Тәлғәт Шәрифуллин әйтеүенсә, быйыл уларға аҙна һайын ошо сама кеше килә. Был һандарҙың кире яғы ла бар – сүп-сар өйөмдәре артҡандан-арта. Үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтҡас, был күренеш бигерәк әсендерә.

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл беҙҙә сүп-сарҙы алып китеү менән ҡыйынлыҡ тыуҙы. “Экология-Т” төбәк операторы менән килешеү төҙөнөк. Йәмғеһе бер кубометрлыҡ 20 контейнер ҡуйылды, 8 кубометрлы 6 контейнер бар. Беҙ һораған 80 контейнерҙы, аҡса етмәгәнлектән, ҡуйып булманы. Сүп-сарҙы аҙнаһына өс тапҡыр алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күләм беҙгә етмәй. Шуға килгән туристар сүп өйөмдәрен фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә ҡуя ла инде", - ти директор.

“Асылыкүл” тәбиғәт паркында ла шул уҡ хәл. Директоры Гүзәл Ғилманова билдәләүенсә, бындағы шлагбаум аша 2 мең кеше үткән. Был һанды ҡурҡмайынса дүрткә ҡабатларға була, сөнки күлдең бер яғы ғына кәртәләнгән.

"Беҙҙә лә сүп-сар йыйыу менән хәл киҫкен. Ни бары дүрт инспекторға тороп ҡалдыҡ. Улар өлгөрә алмай. Аҙнаһына өс тапҡыр сүпте йыйырға сығабыҙ. Күлдең бер яғының ғына оҙонлоғо 35 километр! Шуға туристарға үтенесем ҙур – сүпте үҙегеҙ менән алып китегеҙ, зинһар", - ти директор.

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына өс мең кеше килгән. Директоры Илдус Аллағужин билдәләүенсә, был күрһәткес ял көндәрендә генә билдәләнгән.

"Йома көн килеп урынлашҡандар күп. Тарлауыҡҡа икенсе яҡтарҙан кереп булмағас, туристар һанын контролдә тотоу уңайлыраҡ. Кеше саманан тыш күбәйһә, парк биләмәһенә экскурсияға ғына индерәбеҙ, ә палаткалар ҡорорға рөхсәт итмәйбеҙ. Халыҡ аңлап ҡабул итә. Мәмерйәләргә сәғәт һайын экскурсия ойошторола. Сүпте “Эко-Сити” төбәк операторы алып китә. Сүп проблемаһы беҙҙә юҡ", - тип билдәләне Илдус Хөрмәт улы.

Ғөмүмән, көндәр эҫе торғас, һыу ятҡылыҡтарынан, тәбиғәт ҡосағынан кеше өҙөлмәй. Туристар, сүбегеҙҙе үҙегеҙ менән алып китегеҙ, зинһар!

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: