Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:28

Йылайырҙа урман яна

Бер генә осҡондоң да тотош урмандың яныуына сәбәпле булыуын онотмаһағыҙ ине.


Көндәрҙең эҫе һәм үтә ҡоро тороуы урмандарҙа янғын сығыу хәүефһеҙлеген бермә-бер арттырҙы. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Йылайыр районында 1,5 гектар майҙанда янғын сығыуы асыҡланған. Ут тулыһынса һүндерелмәгән.

Йыл башынан республика урмандарында 46 тәбиғи янғын сығыу сығанағы теркәлгән. Көндәрҙең ҡоро тороуын иҫәпкә алып, 12 июлдән алып Башҡортостан республикаһының урман фонды төрлө район урмандарында янғын сығыу хәүефһеҙлеге кластарын билдәләгән. Йылайыр районында 5-се класлы янғын ҡурҡынысы һаҡлана.

Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ҡоро һәм эҫе көндәрҙә урманда ут тоҡандырыу, усаҡ яғыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Бер генә осҡондоң да тотош урмандың яныуына сәбәпле булыуын онотмаһағыҙ ине.

Фото: "Башинформ".
Читайте нас: