Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ һикерештәр кисергән ҡатын-ҡыҙ өсөн дә шоколад отошло, тик уны ашауҙың тәүлек нормаһынан тайпылмау хәйерле. “Новости” мәғлүмәт агентлығы белешмә алған белгестәр фекеренсә, шоколад кеше организмына тик тәбиғи сеймалдан әҙерләнһә генә файҙа килтерә. “Стройная Россия” хәрәкәте рәйесе Ольга Ванатова белдереүенсә, составында пальма майы, таҙартылған шәкәр, еҫле тәмләткестәр кеүек башҡа химик матдәләр ҡушылғаны түбән сифатлы һәм организмға файҙа килтермәй. Тәбиғи шоколад какао ҡуҙаҡтары менән какао майынан эшләнә. Витамин һәм файҙалы матдәләрҙән торған тәбиғи ризыҡ иммунитетты нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, кәйефте күтәрә, энергия бирә, стресс гормоны – кортизол — кимәлен төшөрә, мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекер ҡеүәһен йәнләндерә, хатта ҡартайыу мәлен тотҡарлай. Медицина фәндәре докторы, эндокринолог Залина Гусова шоколадтан бөтөнләй баш тартырға ярамай, тип кәңәш итә. Был ризыҡта шәкәр күп, бихисап ҡушымталар ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия ҡуҙғытыуы бар, шоколадты күп ашаһаң кофеин кимәленең күтәрелеүе ихтимал. Әммә аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгәндәр өсөн шоколадты мотлаҡ ризыҡ, тип баһаларға мөмкин. Тормошо фаза арауыҡтарына бәйле гүзәл зат вәкилдәренә гормональ һикерештәрҙән арыныр өсөн шоколад шулай уҡ суперфайҙалы ризыҡ, ти Залина Гусова. Тик эндокринолог атап әйткән стрестан һаҡлаусы ризыҡтар исемлегендә кофе менән шоколад юҡ. Күңел төшөнкөлөгөн аҙыҡ менән дауалағанда иң мөһиме – миҡдар иҫәбе. Бөгөнгө тикшеренеүҙәр шоколадтың кеше өсөн көндәлек хәүефһеҙ күләмен 25-30 грамм менән сикләй. Был магазинда һатылған ғәҙәти плитканың өстән бер өлөшө.