Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2020, 11:10

Юл буйында аттар күп!

Бындай күренеш беҙҙең Йылайыр районында ла осрай

Юл йөрөү тәңгәлендә хәҙерге заманды элеккеһе менән һис тә сағыштырырлыҡ түгел, йорт һайын машина тигәндәй. “Ҡорос ат”ыңа атлан да теләгән ереңә елдер.

Шул елдереүҙәр ҡайһы саҡта фажиғәле тамамлана ла инде. Бер ай самаһы элек республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһендә 40 йәшлек водителдең һарыҡтарҙың өҫтөнә менеп китеүе тураһында ишетеп шаҡ ҡатҡайныҡ. Ысынлап та, рулдә саҡта бик иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки, бигерәк тә йәйгеһен, трасса тулы мал-тыуар.

"Әле ҡайһы саҡта алыҫ юлға төндә лә сыҡҡылайым, – тип һөйләй таксист Әнүәр Сәйфуллин. – Яй бараһың тип тәнҡитләүҙәренә ҡарамаҫтан, күҙ бәйләнеү менән машинаның тиҙлеген ҡырҡа кәметәм. Шәп елдергән водитель, нисек кенә тәжрибәле булмаһын, ул барыбер ҙә ҡапыл туҡтай алмай. Бөгөн һыйыр малдарының юлға сығып йөрөүе, хатта шунда ятыуы асыуға тейә. Машина килеп төкөмәйенсә ситкә китмәйҙәр, автомобилдән төшөп ҡыуыр хәлгә етәһең".

Танышым Әнүәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, яй ҡуҙғалыусан һәм бер урында тик тороусан һыйыр малдарына түҙергә мөмкин, ә бына өркәк аттарҙан ныҡ һаҡланырға кәрәк. Уларҙың уйламағанда машинаның алдына килеп сығыуы, хатта уның өҫтөнә ырғыуы бик тә ихтимал. Шуға күрә лә йылҡы малы янынан үткәндә автомобилдең тиҙлеген ныҡ кәметергә кәрәк, “пипелдәтеү” йәки бүтән төрлө тауыш сығарыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Өҫтәүенә төндә йыраҡтан күренмәйҙәр.

Йылҡы малы Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ районы биләмәләрендә өйөрө менән йөрөй.
Читайте нас: