Ауыл уттары
-4 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Июля 2020, 07:35

Замандашыбыҙ

Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәрҙәр бик күп. Ниндәйен генә алһаҡ та, уларҙың һәр береһе йәмғиәтебеҙ өсөн бик кәрәкле. Һөнәре булған, ҡулынан эш килгән кешенең тормошта һәр ваҡыт үҙ урыны, үҙ юлы була. Ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә беҙ намыҫлы хеҙмәт кешеләре булып көн итергә тейешбеҙ.
«Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр» тигән мәҡәл һөнәр белгән һәр кешегә тура килә. Яратҡан шөғөлөгөҙ булһа, ауырлыҡтан ҡурҡмаһағыҙ, эш яратһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе иң бәхетле кеше тип һанай алаһығыҙ.
Тырыш та, булдыҡлы ла кешеләр аҙ түгел беҙҙең районда ла. Бына шундайҙарҙың береһе – Гөлсөм Алсынбай ҡыҙы Ильясова тураһында булыр бөгөнгө яҙмам.
Нисәнсе йыл инде мин уның үҙе бешергән һәм фотоларын “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһенә ҡуйып барған һәр төрлө бәлеш-торттарҙың, сәксәк-бауырһаҡтарҙың һәм башҡа, һәм башҡа тәм-томдарҙың матурлығына һоҡланып бөтә алмайым.
Сығышы менән Баймаҡ районы Темәс ауылынан булған Гөлсөм Алсынбай ҡыҙы 1985-87 йылдарҙа сауҙа техникумында белем алып сыға. Шул уҡ йылда яңы ғына ҡулына диплом алған, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан ҡыҙ Юлдыбай ауылы егете Рәмил Ғүмәр улы Ильясовҡа кейәүгә сыға. Йәштәр Юлдыбай ауылында төпләнә. Бөгөн ғаиләлә береһенән-береһе аҡыллы ике бала буй еткергән. Улдары Иҙел Өфө ҡалаһында йәшәй, эшләп йөрөй, ҡыҙҙары Ләйсән әле Сибай гимназия-интернатының 9-сы класын тамамлаған.
Гөлсөм апайҙың хеҙмәт юлы тик алған белеме буйынса ғына барған тип әйтергә кәрәк. Сөнки ул бик күп йылдар сауҙа-ҡулланыусылар ойошмаһында товаровед, ревизор, һуңынан бухгалтер булып эшләй. 2000 йылда тормош иптәше менән Юлдыбай ауылында магазиндар асып, сауҙа эшенә ныҡлап тотоналар.
Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағас, төрлө кондитер тәм-томдары бешереп һатыу уйы килә Ильясовтарға. Шулай итеп, Гөлсөм апай 2015 йылда ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә һәм 4-се разрядлы белгес дипломын ҡулына ала. Ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн кибеттәренең береһен халыҡ өсөн сәй эсеү урыны, кафе итеп үҙгәртәләр. Тик объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында, бер нисә йылдан был кафены ябырға тура килә уларға. Ләкин халыҡтан аш-һыу оҫтаһы Гөлсөм апай бешергән тәмлекәстәргә һорау кәмемәй, арта ғына. Шуға ла был эште киңәйтеү хәстәрен күрә башлай йүнселдәр.
“Хәҙер бына ике йылдан ашыу инде ошо эште яратып башҡарам, заказдар күп, үҙебеҙҙең райондан ғына түгел, күрше райондарҙан, Сибай, Баймаҡ, хатта Өфө ҡалаларынан да заказдар килә. Эшеңде яратып, күңелеңде биреп башҡарһаң, кешеләргә лә оҡшай, уларға оҡшағас, килеме лә яҡшы була”, – тип ҡыуана оҫта ҡуллы Гөлсөм апай.
Эш юҡ, аҡса юҡ, тип хөкүмәттән ярҙам һорап илап ултырырға ваҡыты юҡ Ильясовтарҙың. Тырышып донъя көтөп, балаларын аяҡҡа баҫтырып, халыҡ өсөн хеҙмәт итеп йәшәргә маҡсат ҡуйғандар улар. Әле лә заказдарҙы ҡыҙҙары Ләйсән менән бергәләп ҡабул итеп, аяттарға, байрам-туйҙарға, башҡа төрлө йыйындарға матур итеп биҙәп, төрлө эслектәр менән татлы бәлештәр, сәксәк-бауырһаҡтар һ.б. бешереү менән мәшғүл улар. Халыҡ шул тиклем ҡыуанып, оҡшатып һатып ала икән – заказдарҙы хатта бер ай алдан ҡабул итәләр.
Ауылдарҙа ғына түгел, хәҙер инде ҙур ерҙәрҙә лә эшһеҙлек хөкөм һөрә. Гөлсөм апай был проблемаға үтә лә тыныс ҡарай, сөнки, эш юҡ, тип һылтанып ултырыу менән бер нисек тә алға китеш булмаясағын яҡшы белә ул. Хәҙерге заманда һәр кеше тик үҙенә генә өмөт итә ала, нәҡ үҙенә генә таянып, булған һөнәрен, оҫталығын камиллаштырып, булмаһа, яңы һөнәргә өйрәнеп, тырышып йәшәгәндә генә матур, етеш тормош көтә ала, тип иҫәпләй Гөлсөм Алсынбай ҡыҙы.
Бына ошо белгәндәрен өләшеү, өйрәтеү маҡсаты менән ул тағы ла бер замана шөғөлөн үҙләштергән, вацап аша ҡатын-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәрестәре (мастер-класс) үткәрә икән. Быныһы бигерәк тә ҡыҙыҡлы инде. Эйе, был йүнәлештә лә эшләү уға бик оҡшай.
Оҫталыҡ мәктәбенә уңған хужабикәләрҙе йыйып, “Башта үҙең өйрән, аҙаҡ кешене өйрәт” тигән халыҡ мәҡәленә таянып, Гөлсөм Алсынбай ҡыҙы бик ҙур эш башҡара. Бөгөнгө көндә уның оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, аш-һыу серҙәренә өйрәнеүселәр һаны 200 кешенән артҡан, шуларҙың яртыһы тиерлек Татарстан республикаһынан булһа, Мәскәүҙән, Камчатканан һәм хатта Курил утрауҙарынан да бәйләнешкә инеүселәр бар. Ҡалғандары үҙебеҙҙең Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарынан, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан икән. Гөлсөм апай әйтеүенсә, был ҡыҙҙар араһында тик үҙҙәре өсөн генә бешерергә өйрәнеүселәр ҙә, шулай уҡ ошо йүнәлештә үҙ эшен асып ебәрергә теләүселәр ҙә бик күп. Шуға күрә лә ул уларға хәленән килгән тиклем ярҙам итергә тырыша. Әйткәндәй, оҫталыҡ мәктәбенә йыйылған ҡыҙҙар яңыраҡ “Сәләм” телеканалының “Хистәремде һалдым йырҙарға” тип аталған ҡотлауҙар программаһында Гөлсөм апайҙы тыуған көнө менән матур итеп ҡотлағандар. Ҡыҙҙарҙан шундай бүләк, рәхмәттәр алыу Гөлсөм Алсынбай ғыҙына тик ҡанаттар ғына ҡуя. Ысынлап та, “Бәйләнештә” сайтында уның сәхифәһенә инеп ҡараһаң, унда бихисап маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен күрергә була. Ә бешергән тәмлекәстәренең фотоһүрәттәрен күреү менән үк ауыҙ һыуы ҡойола башлай.
Ильясовтарҙың ошо йүнәлештә эш башлауын халыҡ шундуҡ күтәреп ала, “Гөлсөмдең пирогтарын ғына ашағым килә”, тигәндәрен дә йыш ишетергә тура килә.
Киләсәккә пландары ла күп Ильясовтарҙың. Мәҫәлән, бөтәһен дә өйҙә бешереү бик мәшәҡәтле, ти улар. Шуға күрә кондитер цехы асырға ниәтләйҙәр. Тормош девизы ла уларҙың: “Тик алға барырға, яңы идеялар тупларға!”
Донъя матур татыу ғаиләләр менән. Ильясовтар ғаиләһе – бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, матур, һоҡландырғыс ғаилә ул. Киләсәктә лә был эшһөйәр ғаиләгә ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүҙәрен һәм тормош матурлығына һөйөнөп йәшәүҙәрен теләге килә. Гөлсөм Алсынбай ҡыҙына, барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ҡулығыҙҙан һөйөнөп, кешеләрҙе ҡыуандырып эшләргә һәм йәшәргә насип булһын, тибеҙ.
И.АҠҠУЖИНА.
Фотолар Ильясовтарҙың ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас