ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, һәләкәт “Урал” М-5 федераль трассаһының 1395-се километрында була. "Haval" кроссоверы “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешә. Кроссоверҙа Тула өлкәһенән 47 йәшлек ир була. “Лада Гранта"ла - 29 йәшлек Бүздәк егете.
Автомобилдәр бәрелешкәндән һуң, сит ил машинаһы юл ситенә төшөп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 47 йәшлек ир “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп еткәнгә тиклем үк йән бирә. Әлегә ваҡиға урынында белгестәр эшен дауам итә, аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Һауа торошо үҙгәреүсән торған шарттарҙа юлдарҙа абай булайыҡ, тиҙлекте арттырмайыҡ!