Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 09:45

Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков вафат булды

Бәхетһеҙ осраҡ уның йорто ихатаһында була...

Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков вафат булды
Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков вафат булды

Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков вафат булды. Үлем бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә була.

Александр Васильевич һуңғы көнөнә, сәғәтенә тиклем халыҡ араһында булды. 16 мартта Матрай ауылында Педагог һәм остаз йылын асыуҙа ҡатнашты.

Бәхетһеҙ осраҡ уның йорто ихатаһында була, унда Александр Коротковты ҡыйыҡтан шыуып төшкән ҡар ҡаплай.

Александр Коротков оҙаҡ ваҡыт Йылайыр районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләне. 2000 йылдар башында ул Матрай урта мәктәбен етәкләй.

Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: