Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2023, 09:35

Изгелек эшлә лә, һыуға һал...

 Изгелек, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек. Был ябай төшөнсәләр онотолоп бара кеүек... Ә бит кеше йәшәгән һайын был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен нығыраҡ аңлай, тәрәнерәк төшөнә. "Изгелек эшлә лә, һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер" тигәндәр.

Изгелек эшлә лә, һыуға һал...
Изгелек эшлә лә, һыуға һал...

Йылайыр ауылында йәшәгән Нәжип Ҡашҡаров изгелек эшләргә ашҡынып торғандарҙың береһе. Урамда һәр кеше менән ихлас һаулыҡ, хәл-әхүәл һорашып үткән был ағай ябайлығы, ихласлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ауылдашыбыҙ Нәжип Ҡашҡаров беҙҙе байрамдарҙа халыҡ йырҙарын башҡарып та ҡыуандыра.

Ошо көндәрҙә Нәжип ағай Матрай ауылы янында ағас ултыртыу идеяһы менән янып йәшәй башлай. Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Салауат улы Йәрмөхәмәтов был башланғысты шунда уҡ күтәреп ала.

– Ағас ултыртыу теләге күптән бар ине. Матрай һәм Суртанүҙәк ауылдары араһындағы Бишуба атамалы ерҙе һайлап, унда йәш ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ. Теләгемде бойомға ашырырға ярҙам иткәндәре һәм кире ҡаҡмағандары өсөн Матрай ауыл биләмәһе башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов һәм ауылдың ял һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Руслан Йәрмөхәмәтовҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Алдағы йылдарҙа күберәк ағастар ултырта алырыбыҙға һәм был сара ҙур байрамға әүерелеп китеренә ышанам, – тип фекере менән уртаҡлашты Нәжип ағай.

Үҙебеҙҙең климат шарттарында үҫтерелгән был өс-дүрт йыллыҡ үҫентеләр яңы ерҙә лә ныҡлап тамыр ебәреренә ышанабыҙ. Эш күңелле барҙы. Был көндө Бишуба итәгендә биш төп ҡарағай ултыртылды. Был урын киләсәктә урман булып шаулар һәм район экологияһын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерер әле.

Аҙаҡтан Илмир Салауат улы донъя именлеген, тыныслығын теләп аят бағышлауы үҙе үк ҙур әһәмиәткә эйә булды.

 Ағас ултыртыу акциялары урманға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, урман ресурстарын һаҡлау һәм ҡайтанан тергеҙеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу маҡсатында үткәрелеүен иҫебеҙҙән сығармайыҡ.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: