Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2023, 14:45

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр

Документҡа ярашлы, 2024 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын бирелә башлай. Өс премияның һәр береһе — 1-ешәр миллион һум, тип хәбәр итә «Башинформ».

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһында положениеға үҙгәрештәр индерелде. Улар Башҡортостан Башлығының 18 майҙа ҡул ҡуйылып, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле указы менән регламентланған.

Премияны тапшырыу буйынса комиссия составында — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы профессоры Константин Донгузов.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: