Зөһрә Таһированың яҙмышы еңелдән булмай: ул ирен һәм балаларын ерләй. Былтыр үҙе лә саҡ үлемдән ҡала. Күп йылдар ҡатын Украинала йәшәй. Уның йорто хәрби хәрәкәттәр эпицентрына эләгә һәм емерелә. Инәй урманға ҡасырға мәжбүр була. Ике тәүлек буйына ул урманда йәшәй, уны ас һәм хәлһеҙләнгән хәлдә яугирҙәр табып ала.
Рәсәй һалдаттары уны Башҡортостанға, унда йәшәгән туғандарына, ебәрә. Шулай итеп ул ағаһына эләгә. Һуңыраҡ интернат-йортҡа күсә, унда Хәләф Хәбирйәлов менән таныша. Улар араһында хистәр тыуа, һәм ир уға тәҡдим яһай. Ҡатын ризалыҡ менән яуап бирә.
Сығанаҡ:https://ufa.aif.ru/family/family/v_dome-internate_bashkirii_sygrayut_svadbu_88-letnyaya_nevesta_i_zhenih_83_let?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop