Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Февраль 2024, 12:15

Әсә менән улы газ менән ағыуланып һәләк булған

Фажиғә бөгөн, 25 февралдә, шәхси йортта теркәлгән.

Әсә менән улы газ менән ағыуланып һәләк булғанӘсә менән улы газ менән ағыуланып һәләк булған
Әсә менән улы газ менән ағыуланып һәләк булған

Яңауыл ҡалаһында йәшәгән 1996 йылғы ир һәм 1955 йылғы ҡатын һәләк була. Уларҙың үлеме көнкүреш газы менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә була. Ваҡиғаның нескәлектәре һәм сәбәптәре асыҡлана.

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә:

Мейестәрегеҙҙең төҙөклөгөн иғтибар менән күҙәтегеҙ!

Даими рәүештә төтөн ҡыуышын таҙартығыҙ.

Мейестең бөтөнлөгөн күҙәтегеҙ, унда ярыҡтар булырға тейеш түгел.

Мейестәр һәм усаҡтар һалыуҙы профессионалдарға ғына ышанып тапшырығыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Углекислый газдың еҫе лә, төҫө лә юҡ. Уны таныу мөмкин түгел тиерлек. Кеше организмына ул үлемесле йоғонто яһай. Әгәр өйҙә мейес янһа, һәм һеҙ ҡапыл хәлһеҙләнгәнһегеҙ икән, бинаны яҡшы елләтегеҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Сығанаҡ:https://vk.com/feed?w=wall-153665096_197864

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас