Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 06:40

Беҙ бергә!

Ил хәстәре менән янған һәм ихлас ярҙам итергә әҙер булған ауылдаштар Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял йортона йыйылды. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәре үрергә килделәр.

Беҙ бергә!Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Был файҙалы, мөһим сарала Юлдыбай агроинженерия колледжы студенттары ла ҡатнашыуы ыңғай күренеш булды. Беренсенән, улар киләсәктә Ватаныбыҙҙы һаҡлаясаҡ быуын булғанға, был уларҙың мөҡәддәс бурысы. Икенсенән, ошондай саралар егеттәрҙә патриотик тойғо тәрбиәләү сараһы ла. Студенттарҙы туплап, ойоштороп алып килгән колледждың тәрбиәүи эше буйынса директор урынбаҫары Гөлшат Ҡорбанғәлиеваға афарин тиергә генә ҡала.
Сетка үреүселәр һәр рәтте башлап киткәндә:
- Яугир егеттәребеҙгә ҡалҡан булһын. Хәрби техникалаларҙы, инженер ҡоролмаларҙы, яугирҙәребеҙҙе дошман күҙенән һаҡлаһын. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, – тигән изге теләктәр теләне.
Улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Йәмил Рафиҡов үҙ ҡулдары менән машинка эшләгән һәм ҡатыны Гөлнара менән сетка өсөн материалды кәрәкле үлсәмдә шул машинкала ҡырҡып әҙерләп килтергән.
Маскировкалау селтәре үргәндә, бөтә нюанстар иҫәпкә алып эшләнә, был мөһим. Талаптар ҙа бар. Мәҫәлән, селтәр өсөн материал еңел, һыу үткәрмәҫкә, Миноборона стандарттарына ярашлы, урындағы ландшафтҡа тап килергә, комуфляж төҫөндә булырға тейеш. Иң мһиме, 300 кг ауырлыҡты күтәрергә тейеш.
Яу яланында кемдеңдер ғәзиз улы, туғаны, ире, яҡыны, танышы, ауылдашы үҙенең мөҡәддәс бурысын үтәй. Тылда йәшәгән халыҡ та, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Гуманитар ярҙам оҙатыуға ла әүҙем ҡушыла беҙҙекеләр.
Маскировкалау селтәре үреүҙә Юлдашев Азамат, Әбсәләмов Вәхит, Биксәев Булат, Рафиҡова Гөлнара, Ҡорбанғәлиева Шәүрә, Моталлапова Вәлимә, Асаинова Яңылбикә, Моталлапова Зарифа, Абдуллина Тәнзилә, Абдуллина Сәлимә, Такалова Гүзәлиә, Моратова Миләүшә, Шәрипова Вазифа, Ҡорбанғәлиева Гөлшат әүҙем ҡатнаштылар.
Уларҙың матур теләктәр, изге уйҙар менән үргән селтәрҙәре тейешле урынға хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә барып етһен, уларға пәрҙә булып дошман күҙенән, бәлә-ҡазанан, афәттәрҙән һаҡлаһын.
Һуғыш тамамланып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын.
Уйыбыҙ, күңелебеҙ менән беҙ бергә!

Флүрә Шәрәфетдинова.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас