Һәр ваҡыт, кеше пирогты ауыҙына ҡабыу менән ҡамырына иғтибар итә.
Бына һеҙгә бер нисә ҡамыр әҙерләү серен тәҡдим итәбеҙ.
1. Сыр менән кефир ҡамыры
Ингредиенттары:
1 стакан кефир, 1 кәсә ҡырғыстан үткәрелгән сыр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, сәй ҡалағының яртыһынан сода, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 2 стакан он.
Әгәр сырҙы ҡаймаҡ менән бутаһағыҙ, бик яҡшы ҡамыр килеп сығыр.
2. Ҡаймаҡлы сөсө ҡамыр
Ингредиенттары:
стакан ҡаймаҡ, 2 стакан он, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, 1 йомортҡа, 100 г һөт, 50 г иретелгән маргарин. Һәр өйҙә был ҡамыр өсөн аҙыҡ-түлек табыла. Шуға күрә ул айырыуса популяр. Унан сәйгә ҡамыр ризыҡтары бешерергә мөмкин, шулай уҡ теләһә ниндәй эслекле бәлештәр ҙә бешерергә мөмкин.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.