"Беҙ "сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр" тип йыш әйтәбеҙ, асылда иһә улар – сикһеҙ мөмкинлектәре булған кешеләр һәм беҙ уларға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә исемле йылды тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Башта йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов тәбрик итте.
– Беҙҙең йәмғиәттә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә иғтибар бик ҙур. Ошоға өҫтәп, исемле йылда үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә, эшкә һәләтле йәштәге инвалидтарға ярҙам итеүгә, уларҙың мәшғүллеген, һөнәри белем алыуҙы ойоштороуға, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социализация системалары булдырыуға яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ. Уларҙың күбеһе бик талантлы, һәм беҙҙең бурыс – был һәләттәрҙе асырға ярҙам итеү, – тине үҙенең сығышында Борис Николаевич.
Шулай уҡ, йыйылыусыларҙы йылы теләктәре менән инвалидтар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Зифа Хәсәнова һәм район ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина сәләмләне.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булһа ла, күңелдәре көр ине тантанаға килеүселәрҙең. Улар араһында бик күп талант эйәләре лә бар. Сараға йыйылыусылар алдында Йылайыр коррекция мәктәбе уҡыусылары сағыу сығыш яһаны. Нәжип Ҡашҡаров, Тәнзилә Дәүләтҡолова башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасылар ихлас ҡабул итте.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булһа ла, уларҙың рухи һәм ихтыяр көсө сикһеҙ. Ошоноң өсөн дә уларҙы сикһеҙ ихтирам итергә һәм үрнәк алырға мөмкин.