Был аңлашыла ла, сөнки беҙҙең яҡташ яугирҙәребеҙ ил һағында тора. Әрмегә киткән егеттәребеҙҙе лә, махсус хәрби операцияға оҙатылған һәр ир-егетте лә ауыл халҡы дүрт күҙ менән көтөп ала, һый-ниғмәттәрен әҙерләп, ҡулдарына флагтар тотоп, оло юлға сығып уҡ ҡаршылай. Ауыр алыштарҙан, оҙон юлдан талсығып ҡайтып килгән һалдаттарыбыҙға был көн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелә. Улдарының имен-һау ҡайтыуҙары – ата-әсәләр өсөн дә ҙур шатлыҡ. Ошондай бәхетле осрашыуҙарҙың шаһиты булыу – үҙе үк тулҡынландырғыс илаһи мәл.
Һалдат ҡаршылау йолаһын тҽргҽҙҽү, балаларҙа илһөйәрлҽк хисен тәрбиәләү, патриотик рух үҫтҽрҽү, уларға ватансылыҡ тойғоларын һҽңдҽрҽү маҡсаты ла. Тыуған ҽрҽңдҽң имҽнлҽгҽн тәьмин итҽү – ир-егеттәр өсөн изгҽ йола. Ҡайһы ғына осорҙа йәшәмәһҽн, ғәзиз ҽрҽн дошмандан ҡурсалау – уларҙың төп бурысы.
Ил һағына киткән һәр һалдаттың тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ! Беҙ ҙә йомағужаларҙың ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ.
Яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сәләх ауылы егеттәре лә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, Уларҙы ла сәләхтәр ҙурлап, данлап ҡаршы алды. Егеттәрҙең барыһы ла Йомағужа мәктәбендә белем алған. Шуға күрә лә уҡытыусылары “кисәге” уҡыусыларын осрашыуға саҡырҙы.
Был осрашыу ябайҙан булманы. Шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа...
“Егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Һорауҙар бирҙек. Яуаптар алдыҡ. Егеттәр мәктәпкә бүләктәр менән килгән. Беҙ ҙә уларҙы буш сығарманыҡ, мәктәп исеменән бәләкәй генә булһа ла иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ. Ашнаҡсы апайҙар табын ҡороп, егеттәрҙе һыйланы. Имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһындар. Тиҙерәк тамамланһын инде был мәшхәр,” – тип яҙҙы аҙаҡ егеттәрҙең уҡытыусылары.
Эйе, бындай осрашыуҙар үтә лә мөһим, үҫеп килгән быуында илһөйәрлелек тәрбиәләүҙә бик ҙур әһәмиәтле.
Ир-егеттәребеҙҙең тиҙ арала тыуған яҡтарына бөтөнләйгә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.