Кешене эшкә һәләтһеҙ тип таныу өсөн уның йәшәгән урыны буйынса район судына ғариза һәм документтар тапшырырға кәрәк. Судья суд-психиатрия экспертизаһы тәғәйенләй һәм ҡарар сығара.
Һеҙгә:— ғариза;
— шәхесте раҫлаусы документ;
— туғанлыҡты раҫлаусы документтар;
— психиатрҙан яҙма йәки картанан диагноз күрһәтелгән өҙөмтә;
— экспертиза тәғәйенләү тураһында документ;
— дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция кәрәк.
📌 Опека юллау өсөн муниципалитет хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенә документтар тапшырыу мотлаҡ. Опека органдары йәшәү шарттарығыҙҙы тикшерәсәк, тикшереү буйынса акт төҙөп, һеҙҙең опекун була алыу-алмауығыҙ хаҡында ҡарар сығарасаҡ.
✏ Түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
— ғариза;
— шәхесте раҫлаусы документ;
— туғанлыҡты раҫлау тураһындағы документтар;
— никахҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе.
❗ Әгәр опекаға алыныусы кеше һеҙҙең яҡын туғанығыҙ булмаһа һәм ғариза биргәнгә тиклем ун йыл дауамында эшкә һәләтһеҙ кеше менән даими рәүештә йәшәмәһәгеҙ, шулай уҡ:
— ҡыҫҡаса автобиография;
— килемдәрегеҙ тураһында белешмә;
— 164/у формаһы буйынса медицина һығымтаһы;
— һеҙҙең менән бергә йәшәгән ун йәштән өлкән ғаилә ағзаларының кешене опекаға алыуға яҙма ризалығы кәрәк буласаҡ.
✅ Опекун:
— тәрбиәләнеүсенең мәнфәғәттәрен дәүләт инстанцияларында яҡларға;
— уның исеменән килешеүҙәр төҙөргә;
— эшкә һәләтһеҙ кешене тәрбиәләүгә бирелгән дәүләт аҡсаһын тотонорға;
— опека органдары ризалығы менән тәрбиәгә алыныусының килеме һәм башҡа аҡсаһы менән эш итергә;
— опека органдары ризалығы менән уның мөлкәте менән эш итергә мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан




