Ауыл уттары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель , 11:25

Бәрҙәш ауылы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үрә

Селтәрҙәргә  бөгөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ бик мохтаж. Кистәрен, хеҙмәт көнөнән һуң, ирекмәндәр урындағы клубта йыйыла.

Һөйләшеүҙәр, хәтирәләр, шаяртыуҙар менән ваҡыт һиҙҙермәй ҙә үтә. Бик күп эш эшләнә. Сығым материалдарын (селтәрҙәр, спандбонд туҡымаһы) райондың битараф булмаған халҡы, яҡташтар йыйған аҡсаға һатып алалар. Яҡын арала гуманитар конвой менән 10 дана, 3х6 метр ҙурлыҡтағы, әҙер селтәрҙәр  махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Ил өсөн ауыр ваҡытта һәр кем үҙ өлөшөн индерә, бәрҙәштәр был йәһәттән беренселәр рәтендә.

 

 

 

 

Фото:https://vk.com/berdjashskiiselsovet

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: