Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель , 09:10

Изгелек эшлә лә һыуға һал...

Тыл ни тиклем нығыраҡ булһа, фронт та шул тиклем көслө Улар ҡулдарына автомат алып, ут асмайҙар, дрондар менән идара итмәйҙәр, дошман һалдатын снайпер сәбенә эләктерергә маташмайҙар...

Изгелек эшлә лә һыуға һал...
Изгелек эшлә лә һыуға һал...

Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кемдер хаҡында хәстәрлек күреү өсөн бай, етеш тормошло булыу кәрәкмәй, уның өсөн бары тик күңел киңлеге лә етә.

Шундай оло йөрәкле, ярҙамсыл  замандашыбыҙ, Йылайыр ауылында йәшәүсе Фәниә Түләбаева махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәнлек эшенең ҡап уртаһында ҡайнап йәшәүсе ҡыйыу гүзәл заттарыбыҙҙың береһе.

“  МХО иғлан ителгәндән барыһы ла башҡаса – ғәҙәти йәшәү рәүешебеҙ, уйҙарыбыҙ, тормош маҡсаттарыбыҙ, хыялдарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ... Тик бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: беҙ – бер ғаилә. Беҙ ярҙам итмәһәк, кемгә таяныр һуң егеттәребеҙ?!”. Фәниә апайҙың бар булмышын сағылдырған ошо һүҙҙәрендә тәрән донъяуи фәлсәфә ята... 

  • Үҙәк район китапханаһы директоры Инна Цыганова егеттәргә ярҙам йыйыуға теләк белдереп, райондаштар өсөн мессенжерҙа төркөм булдырғас, ирекмәнлек эшенә мин дә ихлас ҡушылдым, – ти Фәниә Түләбаева.

Махсус хәрби операция башланыуға өсөнсө йыл китте.  Ир-егеттәребеҙҙең кемеһелер өлөшләтә мобилизация, кемеһелер контракт буйынса хеҙмәттә ил тыныслығын һаҡлай. Улар йәнен, тәнен аямай дошман менән алыша.

Егеттәр фронтҡа киткәс, уларға көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан алып етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ярҙам кәрәк булды. Ошонан сығып, республикабыҙҙың барлыҡ ҡала, ауылдарында ла битараф булмағандар ирекмәндәр хәрәкәте булдырҙы.

– Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ҡулыбыҙҙан килгәнсә егеттәргә ярҙам итеү. Әйтеп үткәйнем инде,  Инна Васильевна төркөм булдырғас, уның был матур башланғысын  халыҡ дәррәү күтәреп алды, бик әүҙем матди ярҙам күрһәтә башланы. Күп йылдар район китапханасыларының профсоюз ойошмаһы ҡаҙнасыһы  вазифаһын башҡарам, был эштә байтаҡ тәжрибәм булғанғалыр,  ирекмәндәрҙең иғәнә кассаһы миңә тапшырылды. Өҫтәүенә, үҙемдең өс туғаным бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә. Әлбиттә, башта тулҡынландым, сөнки был йөкләмә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Йыйылған сумманы иҫәпләп, “Барыһы ла Еңеү өсөн” төркөмөндә отчет биреп барабыҙ. Башта аҡса кейем, ойоҡбаш, тәү кәрәк-яраҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, дарыуҙар алыуға тотонолһа, тора бара мобиль элемтә антенналары, иретеп йәбештереү аппараты, генератор, бензобысҡылар һатып алынды. Нимә кәрәк булыуын егеттәр үҙҙәре бәйләнешкә сығып хәбәр итә. Ике йыл дауамында райондан күмәк тырышлыҡ менән бихисап гуманитар ылау оҙатылды.  Бер райондашыбыҙ гармун һорағас, уны ла ебәрҙек, – тип һөйләй Фәниә Әҡсән ҡыҙы. – “Барыһы ла Еңеү өсөн” төркөмө ҙур, әле булһа унда ҡушылырға теләүселәр көндән-көн күбәйә. Тик был мессенджерҙа теркәлгән кешеләрҙең һаны сикле. Шуға күрә, һәр ауыл биләмәһендә ошондай төркөм булдырырға тәҡдим итәм.

Беҙҙең халыҡта: изгелек эшлә лә, һыуға һал, тигән әйтем бар. Фәниә Әҡсән ҡыҙы ла үҙенең ирекмәнлек эшмәкәрлеген ғәҙәти бер хеҙмәт кеүек ҡабул итә:

 – Ғаиләләренән, өйҙәренән алыҫта булған егеттәребеҙҙең хәл-торошон саҡ ҡына булһа ла еңеләйтә алһаҡ, уларға терәк-таяныс булһаҡ – беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ”, – ти ул, тыйнаҡ ҡына йылмайып.

Фәниә Әҡсән ҡыҙы ғәҙәти тормошта яратҡан әсәй, ҡартәсәй, тормош һөйөүсән алсаҡ апай. 1984 йылдан алып Йылайыр үҙәк китапханаһында эшләй. Эшкә килгәнендә махсус белеме булмағанлыҡтан ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлай. Әлеге көндә китапхананың комплектация бүлеге редакторы. Ҡырҡ йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша ул. Тыуған ауылы Сәләхтә “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” байрамын бик матур итеп ойоштороп ебәрә. Ул сараға бер нисә йыл үтһә лә, ситтә йәшәүсе ауылдаш ҡыҙҙары әле булһа Фәниә апайға рәхмәт хаттары яҙа. Әлеге көндә ул дәртләнеп “Мин яратам һине, тормош” исемле концертҡа әҙерләнеп йөрөй. Дәрт-дарманың шулай тапшып торһон, Фәниә апай, изге йөрәгең арыу-талыу белмәһен!

Илебеҙгә тиҙерәк көтөп алынған тыныслыҡ килһен!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: