Ә бына ауыл эсендәге юлдарға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Техника күп заманда юлдар һәр саҡ ямауҙы, тигеҙләүҙе талап итә.
Сидоровка ауылы халҡы ла, көҙгөһөн урамдарға газ үткәндән һуң рәтләнмәй ҡалған юлдан йөрөргә мәжбүр ине. Соҡор-саҡырлы юлдан йөрөүҙе өнәмәй, әлбиттә, халыҡ. Быны күреп-ишетеп йөрөгән ауыл старостаһы Руслан Мәхмүтйән улы урам юлын тәртипкә килтереүҙе үҙ ҡулына ала.
- Газ үткәндән һуң Сидоровка ауылының урам юлдары насар торошта ине. Ауыл старостаһы, ауыл Советы депутаты Ҡотоев Руслан, үҙе техника табып, һөйләшеп, ике урам юлын тигеҙләтеп тә ҡуйҙы. Ауыл мәнфәғәтен ҡайғыртып, халыҡты хәстәрләп йөрөгән Руслан Мәхмүтйән улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Васил Игебаев.
Халыҡ берҙәм ерҙә, билдәле, эштәр – ырамлы, йәшәү уңайлы була. Сидоровка ауылы халҡы ла күктән төшкәнде көтөп ятырға күнекмәгән. Ә төҙөкләндереү эштәрен ойошторған өсөн улар үҙ ауыл егете – Руслан Ҡотоевҡа рәхмәттәрен еткерә!