Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Май 2024, 11:50

"Китап-байрам" йәрминкәһендә "Изге подписка" акцияһы үтәсәк

«Китап-Байрам» фестивале сиктәрендә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Изге подписка»акцияһын ойоштора.

Теләгән һәр кем үҙенең яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына  бүләк итә, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала. Яҙылыуҙы нәшриәт йорто павильонында рәсмиләштерергә мөмкин.

"Республикала беҙҙең гәзиттәрҙе һәм журналдарҙы баһалайҙар, – ти БР яҙыусылар Союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов.

- «Изге подписка» акцияһын үткәреү фестивалдә мөһим ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Сөнки  яҡшы мәғлүмәт йөрөткән нәмәләр менән уртаҡлашыу - ул кешенең күңел байлығы, изге уй-фекерҙәре һәм изге эштәр билдәһе."

"Китап-байрам" йәрминкәһендә "Добрая подписка" акцияһы үтәсәк

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас