Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Май 2024, 11:40

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге

Егеттәрҙең эшләгән изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изгеКүңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге

Матрай социаль приюты төрлө йәштәге бер төркөм балалар өсөн ваҡытлыса йәшәү урынына, ә уның изге күңелле, хәстәрлекле хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй “ғаилә” ағзаларына әйләнгән. Һәр бала һөйөүгә, иркәләүгә, ҡурсалауға мохтаж, ә бына төрлө тормош сәбәптәре арҡаһында ата-әсә наҙынан мәхрүм кескәйҙәргә икеләтә иғтибар кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, көн дә ниндәйҙер мөғжизә көтә был балалар. Бөйөк Еңеү көнө алдынан, балаларҙы ҡыуандырып,  бер төркөм фекерҙәш егеттәр – Данис Ғәлин, Артур Байрамов, Әмир Оразманбәтов һәм Максим Грачевтар приютҡа ҡунаҡҡа килде. Байрам уңайынан улар балалар учреждениеһына йорт йыһаздары, бүләктәр тапшырҙы.

Балалар ҙа ҡунаҡтарҙы күстәнәсһеҙ ебәрмәне,  ихлас рәхмәт әйтеп, концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. 

Егеттәр хәйриә ярҙамын артабан да дауам итәсәктәрен белдерҙе. Беҙҙең халыҡта “Изгелек эшлә лә һыуға һал”, тигән әйтем бар. Һыуға һалған изгелекте бәндә күрмәһә лә, барыһын күреп-белеп тороусы Халиҡ (Аллаһ) бар. Мәрхәмәтле егеттәребеҙҙән өлгө алып, изге йөрәкле, киң күңелле булайыҡтар!

 

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас