Беренсеһе бөтә донъяға билдәле булған Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылы Иҫке Яҡупта 2022 йылда асылды. Ул ауыл ус аяһылай ғына күренеп торған тауҙа урынлашҡан. Ҡурайға арналған скульптура композицияһы бер яҡтан был инструменттың ябайлығын, шул уҡ ваҡытта уның тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнешен сағылдыра. Был үҙенсәлекле ҡурайҙа теләгән бер кеше “уйнап” ҡарай ала. Ул үҙенең башҡарыусыһын көтөп тора төҫлө...
Икенсе һәйкәл 2023 йылда Юлдыбай ауылы янында ҡуйылды. Ул һәйкәл дә бик үҙенсәлекле, сөнки был монумент Башҡортостандағы музыкаль инструментҡа иң бейек һәйкәл. Уның бейеклеге 21 метр, ҡурай олонона “Урал” йырының ноталары яҙылған. Һәйкәл Юлдыбай ауылы эргәһенән үткән оло юлдан һәр яҡлап күренеп, сәфәрҙәгеләрҙе “сәләмләп” тора.
Ҡурай башҡорт халҡы өсөн ҙур әһәмиәтле. Милли музыкаль ҡоралын популярлаштырып, 2018 йылда ҡурай рәсми рәүештә Башҡортостандың территориаль бренды булып теркәлде. Брендты теркәү идеяһын яҡташыбыҙ, күренекле ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тәҡдим иткән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов:
«Мин башҡорт, башҡорт булып тыуғанмын, башҡорт булып үлермен. Ғүмерем буйына ҡурайға хеҙмәт итермен. Уның ярҙамында мин донъя менән аралашам. Беҙгә килеп еткән бөтә халыҡ йырҙары – тарихи, барыһының да үҙенең энергетикаһы һәм аураһы бар, береһе икенсеһенә оҡшамаған. Шуға күрә уларға һаҡсыл ҡарайым һәм ҡурайҙа уйнағанда көй аша донъяға башҡорттар хаҡында һөйләргә тырышам. Был – үҙем сығыш яһаған концерттарымдың мотлаҡ өлөшө.
Музыка, бигерәк тә халыҡ көйҙәре өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй, иң мөһиме, ысын күңелдән уйнау һәм һөйләү.
Ҡайһы берҙә үҙем өсөн генә уйнайым – репетиция түгел, ә медитация тип әйтергә мөмкин, был кешене ныҡ тынысландыра һәм уйҙарҙы тәртипкә килтерә».