Әлиә Хәйрулла ҡыҙы дүрт ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бүләк иткән оло йөрәкле әсәй. Тормош иптәше Айгиз Азат улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Тыуған илен яҡларға китеүенә тиҙҙән бер йыл була. Ә был ваҡытта Әлиә Хәйрулла ҡыҙы бөтә донъя йөгөн яңғыҙы тарта, балаларына атай ҙа, әсәй ҙә ролен үтәй.
Йәнбәковтарҙың татыу ғаиләһендә буй еткергән балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы. Мәҫәлән, ун биш йәшлек өлкән ҡыҙҙары Лиана спортҡа өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Әсәһе уны төп ярҙамсым, кәңәшсем тип атай. Унан ҡала килгән икенсе ҡыҙҙары Ильвина ла спортҡа ылыға, ҙур теләк һәм азарт менән баскетбол секцияһына йөрөй. Бәләкәстәр Уралиә менән Фидәлиә – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Улар икеһе лә һүрәт төшөрөргә ярата. Дүрт йәшлек бәләкәстәре Данияр ҙа балалар баҡсаһына йөрөй.
Был татыу ғаилә Юлдыбай ауылында йәшәй. Әлиә Хәйрулла ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Ҡыуат ауылынан, ә тормош иптәше Айгиз Азат улы – Беренсе Этҡолдан.
- Юлдыбай ауылында туғандарым йәшәй, мин уларға йыш килеп йөрөй торғайным. Бындағы һөнәрселек училищеһында белем алдым. Шуға ла Юлдыбай ауылы миңә яҡын, кейәүгә сыҡҡас бынан өй һатып алдыҡ, – тип һөйләй Әлиә.
Был ғаиләлә олоно – оло, кесене – кесе итә белеү кеүек яҙылмаған ҡанундар йәшәй. Шулай булғанда ғына, Йәнбәковтар фекеренсә, ғаилә ныҡлы, терәкле була.
Әлиә Хәйрулла ҡыҙын “Әсәлек даны” миҙалы алыуы менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.