Ә бына япондар ҡаҙаяҡты иң тәмле, файҙалы ашамлыҡтар исемлегенә индергән, хатта деликатес тип һанай икән. Шуға күрә уны сит илдәрҙән, Рәсәйҙән дә күпләп һатып алалар. Шулай ҙа, ҡаҙаяҡтан ауыҙ итәм тип әллә ҡайҙағы сит илгә барырға кәрәкмәй, уны үҙебеҙҙә лә йыялар!
Йылайырҙа ҡаҙаяҡ йыйыу беренсе тапҡыр 1988 йылда, райондың әҙерләүҙәр контораһын Василий Ростов етәкләгән осорҙа, башлана. Йыйып тоҙланған үҫемлектең тәүге партияһын Японияға оҙаталар. Киләһе йылында Василий Петровичты Мәскәүгә япондар менән осрашыуға саҡыралар. Көнсығыш иле эшҡыуарҙары Башҡортостандан ҡаҙаяҡ һатып алырға әҙерлеген белдерә.
30 йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте һаман да республикала ҡаҙаяҡ әҙерләгән берҙән-бер ойошма булап ҡала икән.
Маринадланған ҡаҙаяҡ райондың бренды булып һанала. Иртә яҙҙан уҡ “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йәш ҡаҙаяҡ һабағы йыя башлай.
Быйыл ҡаҙаяҡ һабағын йыйыуҙы ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ көтөргә тура килде – быға һауа торошо ҡамасауланы: һыуыҡтар арҡаһында әлегә бер центнер самаһы йәшел сеймал йыйып алынған.
- Ҡар иреп бөтөү менән 4-5 көн эсендә оҙонлоғо 15 сантиметрҙан артмаған йәш ҡаҙаяҡ һабағын максималь күләмдә йыйырға өлгөрөргә тырышабыҙ, – тип һөйләй ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Геннадий Васильевич Туленков. – Үләнде йыйып, тарттырып бәйләп, шунда уҡ тоҙ һалынған мискәләргә һалабыҙ. Ҡаҙаяҡ тулыһынса әҙер булһын өсөн һыуын бер нисә ҡат алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Бына шунан һуң ғына беҙҙең оҫта хужабикәләр деликатес һаналған тәмле ашамлыҡты әҙерләй.
Үҙенсәлекле визит карточкаһына әйләнгән үҫемлек халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары наградалар яулай, ул беҙҙең районға килгән туристар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Үҫемлектең тамыры, һабағы файҙалы матдәләргә, витаминдарға бай. Ул аҡһым составы, сифаты буйынса иген культураларына тартым, кеше организмы тарафынан еңел үҙләштерелә, үҫеш процесына йоғонто яһай, матдәләр әйләнешен һәм нервы, эндокрин системаларын көйләй. Шуға күрә лә ҡаҙаяҡты Япония, Корея, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәге халҡы яратып ҡуллана.
“Йылайыр” кафеһында ҡыҙҙырылған ҡаҙаяҡ икенсе блюдоға өҫтәмә гарнир булараҡ бирелә. Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар уны яратып ашай. Ойошма ҡаҙаяҡты үҙебеҙҙең республика, күрше Орск, Ырымбур ҡалалары шифахана-курорттарына, ресторан бизнесы вәкилдәренә һата.