Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Май 2024, 10:15

Өфөлә "Мин башҡортса һөйләшем" башҡорт теле фестивале үтәсәк

 1 июндә Арт-квадратта "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола. "Мин башҡортса һөйләшәм" - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале. Йәш сикләүе: 6+

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана.
Киске сәғәт 17:00 оло сәхнә фестивалдең төп майҙансығына әүерелә, унда башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистарының концерты үткәрелә.

Сараға инеү бушлай. Проект Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

"Мин башҡортса һөйләшәм" башҡорт теле фестивале үтә

Сығанаҡ һәм фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. 

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас