Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Июнь 2024, 06:20

“Депутат иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ!” – ти йылайырҙар.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров беҙҙең районда иң йыш булған депутаттарҙың береһе.

“Депутат иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ!” – ти йылайырҙар.“Депутат иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ!” – ти йылайырҙар.
“Депутат иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ!” – ти йылайырҙар.

Һәр сәфәрен депутат Йылайыр районы халҡы менән эшлекле осрашыуҙан башлай, хәл итә алырлыҡ мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итә, шуныһы һөйөнөслө.

Зариф Закир улы беҙҙең райондың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡәбер ташы ҡуйыу, граждандарҙы ҡабул итеүҙәр ойоштороу, күмәк балалы ғаиләләргә район гәзиттәрен яҙҙырыу һәм башҡаларҙы хәстәрләй.

Был юлы депутатҡа ундан ашыу граждан мөрәжәғәт итте. РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты килгән һәр кешегә ярҙам итергә тырышты. Күпселек һорауҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, социаль түләүҙәр юллау, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә һәм һалым ҡайтармаһына ҡағылышлы мәсьәләләргә ҡағылышлы булды. Зариф Закир улы һәр мөрәжәғәтте ентекле тыңлап, яҙып алды һәм проблемаларҙың һәр береһен ентекле өйрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышасағы тураһында белдерҙе.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас