Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Июнь 2024, 11:40

Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указы менән яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан эвакуациялағанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Гордей» позывнойлы хәрби хеҙмәткәргә генерал Шайморатов ордены тапшырылды.

Апрель айында беҙҙең егеттәрҙең береһе ҡаты яралана һәм яу яланында ҡала . “Гордей " Һәм тағы ла алты егет яралы яугирҙарҙы һуғыш яланынан эвакуациялай.  Улар, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, берҙәм булыуҙарын күрһәтте. Батырлыҡ күрһәткән егеттәрҙең барыһы ла наградаларға тәҡдим ителгән.  

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас