Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 09:55

Йәшендән нисек һаҡланырға?

Иң мөһиме, кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. 

Йәшендән нисек һаҡланырға?
Йәшендән нисек һаҡланырға?

????Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай.
????Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә.
????Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ.
????Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге"булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә.
- Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. - Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
- Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй.
- Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: