Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 10:45

Йөҙйәшәр ҡарттан кәңәштәр

 Йән тыныслығын тәбиғәт ҡосағында эҙлә...

Йөҙйәшәр ҡарттан кәңәштәр
Йөҙйәшәр ҡарттан кәңәштәр


1. Йән тыныслығын тәбиғәт ҡосағында эҙлә. Яңғыҙың ғына. Тәбиғәт тынысландырыр ҙа, һорауҙарыңа яуап та табылыр (һалҡын башҡа)

2. Йәй ялан аяҡ күберәк йөрөргә кәрәк. Ерҙән организмға көслө энергия килә

3. Һыу — тәбиғәт бүләк иткән мөғжизә. Һыуһыҙ тереклек юҡ. Һыуҙы һаҡлап ҡына тотон. Йәйге йылы көндәрҙә һыу кисеп йөрөү тәнгә көс бирә.

4. Таҙа һыу эс — шишмә йә ҡоҙоҡ һыуын. Ҡайнаған һыу — үле һыу. Ер йөҙөндәге бөтөн тере йән һәм үҫемлектәр ҙә 60-80 % һыуҙан тора. Күҙәнәктәрҙе Һыу менән тулыландырып торорға кәрәк

5. Үле аҙыҡты күп ашама. Өҫтәлдә һәр ваҡыт йәшелсә, емеш-еләк булһын

6. Итле аҙыҡты аҙнаһына 2-3 тапҡырҙан күберәк ашарға ярамай. Итте ашҡаҙанға эшкәртеүе бик ауыр. Үлән генә ашаған атта күпме көс! Йыл әйләнәһенә арымай саба. Ит менән туҡланған айыуҙың көсө ярты йылға ғына етә. Ҡыш буйына ҡыбырлай ҙа алмай ята 😁

8. Һыуҙы йыш эсһәң, ашҡаҙанға күп аҙыҡ һыймай. Кешегә көстө күп ашау бирмәй, ә дөрөҫ туҡланыу бирә

9. Ураҙа тотмаһаң да, аҙнаның бер көнөндә ашҡаҙанға ял бирергә кәрәк. Һыу, йә ҡатыҡ ҡына эсергә мөмкин

10. Был донъяла бөтә нәмә лә кеше өсөн. Ҡояш көнө-төнө яҡтыртып торһа, кешегә ял булмаҫ ине. Төн кешегә ял өсөн. Көндөҙ яҡты саҡта, эштәреңде эшләп ҡал

11. Саф һауала күберәк йөрө. Тәнеңде йылыға өйрәтмә. Йылы яратҡан кеше тиҙ ҡартая. Бигерәк тә йоҡо бүлмәһе һалҡынса булырға тейеш

12. Ҡәһүә һәм кибет сәйенән баш тарт. Улар — наркотик. Үлән, япраҡ, сәскә йыйып киптереп, йыл буйына сәй урынына эс

13. Һәр нәмәлә сама бел: ашауҙа ла, һөйләүҙән лә, эштә лә, уйында ла. Үтә ҡыҙыл булма, тиҙ уңырһың

14. Ашағандан һуң ятһаң, ашаған аҙығың ашҡаҙаныңа таш булып ятыр

15. Йәнгә иң яҡшы дауа — эш. Башыңда йөҙ төрлө уйҙар сыуалмаһын өсөн, ни менәндер мәшғүл булырға кәрәк..

Сығанаҡ: https://vk.com/public29350652?w=wall-29350652_57638

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: