Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Июнь 2024, 04:05

Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...

Матәмдә район башлығы Б.Н.Мелкоедов, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Х.Х.Хәмитов, яугирҙең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...
Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...

Рядовой Ринат Марат улы Биксурин 1978 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районы Бикеш ауылында донъяға килгән, күп балалы ғаиләлә үҫкән. Бала саҡтан спорт менән мауыға. Йылайыр ауылында белем ала һәм уны тамамлағас, төҙөүсе-ташсы һөнәрен алып сыға.

1996 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә саҡырыу ала һәм хәрби бурысын Астрахань ҡалаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтә.

Армиянан ҡайтҡас, вахта ысулы менән төрлө эштәрҙә эшләй.

Ағымдағы йылдың 23 ғинуарында Ринат Марат улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә.

Рядовой Бикчурин Р.М. 2024 йылдың 19 мартында Донецк Халыҡ Республикаһының Бердычи тораҡ пункты янында барған алыштар ваҡытында батырҙарса һәләк була.  Украина, ЛНР һәм ДНР территорияһында барған махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән үлгәндән һуң наградланды.

Митингта сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Борис Николаевич беҙҙең егеттәрҙең ҡыйыулығы тураһында әйтте.

– Рәсәйҙе күп тапҡырҙар ныҡлыҡҡа һынап ҡаранылар. Балаларыбыҙҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге тағы бер тапҡыр иҫбатлай: беҙ ресурстарға ғына түгел, ә кешеләргә лә бай илдә – еңеүсе илдә йәшәйбеҙ. Патриотизм традицияларына тоғро ҡалып, күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштергән ҡиммәттәрҙе һаҡлап, беҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ, һәр һынауҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Ә тыуған илебеҙ хаҡына һәләк булған геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк! – тине ул.

Яугирҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, райондың ветерандар советы рәйесе Н.И. Булавина ла һүҙ әтте:

- Геройҙарҙың традицияларын уларҙың бүләләре дауам итә, ышанам, улар нацистар беҙҙең илгә инеүенә, илебеҙҙе тар-мар итеүенә юл ҡуймаясаҡ. Беҙ уларҙың хәрби батырлығын һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ һәм данлаясаҡбыҙ, – тине Надежда Ивановна үҙенең сығышында.

Ихлас һәм изге күңелле, тыйнаҡ һәм ярҙамсыл. Ауылдаштары рядовой Ринат Биксуринды шулай хәтерләй, ул мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә үҙ Ватанының ысын яҡлаусыһы булып ҡаласаҡ...

Е. ВЕНИДИКТОВ фотолары.

Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...
Йылайырҙар батыр улы менән хушлашты...
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас