Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Июнь 2024, 04:20

Район башлығы һалдаттар менән осрашты

Кисә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир–яҡташтар менән осрашты.

Район башлығы һалдаттар менән осраштыРайон башлығы һалдаттар менән осрашты
Район башлығы һалдаттар менән осрашты

Осрашыуҙы асып, ул егеттәргә тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ҡатнашырға ҡарар ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Әңгәмә тыныс һәм йылы мөхиттә барҙы. Яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, ирҙәрҙең өйҙә булмауы менән бәйле утын алыу, бесән эшләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләштеләр.

Ялға ҡайтҡан өс һалдат, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең сираттағы һөжүме барышында яу яланында ҡалған яралы иптәштәрен ҡотҡарғаны өсөн, генерал Шайморатов Орденына лайыҡ булды. Район башлығы уларға лайыҡлы наградалар тапшырып, почетлы миссия үтәне. Ошо көндәрҙә яугирҙарыбыҙ йәнә хеҙмәт урындарына юлланасаҡ. Уларға тиҙ арала еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Г.Таһирова фотолары.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас