Республикабыҙҙың йәшәү сифаты рейтингы ла йылдан-йыл ышаныслы күтәрелеүен яҡшы беләбеҙ. Әгәр 2021 йылда ул – 40-сы, 2022 йылда 25-се урында булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 12-се урынды биләне.
Һуңғы йылдарҙа республика инвесторҙар өсөн шарттарҙы мөмкин тиклем ябайлаштырҙы, һәм был иҡтисадта шунда уҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Район үҙәге – Йылайыр ауылына килгәндә, ул йыл һайын яңы төҫ ала, парктар, скверҙар төҙөлә. Ә социаль өлкәлә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү һөҙөмтәләре айырыуса һоҡландыра. Мәҫәлән, беҙҙең Йылайыр үҙәк район дауаханаһы ике йыл эсендә бер нисә заманса диагностика аппараты алды, һәм хәҙер күп тикшереүҙәр үтеү өсөн ҡалаларға барырға кәрәкмәй. Был – йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур бер аҙым.
Бөгөн беҙҙең район халҡын СВО-ға ярҙам итеү эштәре берләштерә. Гуманитар конвойҙар менән маскировка селтәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хәстәрлекле ҡулдары менән эшләнгән палаткалар һәм йылы эске кейемдәр ебәрелә. Бөтә район халҡы һәм ойошмалары матди ярҙам күрһәтә, ирекмәндәр һәм урындағы власть әүҙем эшләй, – тип фекере менән уртаҡлашты әүҙем йәмәғәтсе, район мәҙәниәт һәм ял йорто директоры Миңзифа Кинйәбулатова. – Мәҙәниәт өлкәһендә лә уңыштарыбыҙ бихисап. “Мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашыра башлағаны бирле республикабыҙҙа әллә күпме ауыл клубы яңыртылды, капиталь ремонт үткәрелде. Беҙҙең районда ғына һуңғы йылдарҙа өс ауылда – Юлдыбайҙа, Матрайҙа һәм Кананикольскиҙа мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре яңыртылды.
Өр-яңы мәҙәни күренеш – мобиль китапханалар асылыуы ябай учреждениеларҙы ысын мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәренә әүерелдерҙе.
Бынан тыш, район үҙәктәрендә кино залдары асыла, клубтары булмаған алыҫ ауылдар автоклубтар менән тәьмин ителә, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килә.
Беҙҙең район, мәҫәлән, республикала өсөнсө булып 2020 йылда автоклуб алыуға иреште.
Автоклуб теләгән бер территорияла: парктарҙа, ял урындарында, йәйге һәм ҡышҡы асыҡ майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителде.
Фотолар редакция архивынан алынды.