Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Июль 2024, 12:10

Көткән йәрең барҙа...

Беҙҙең сая ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һөйгән йәрҙәре өсөн һыуға ла, утҡа ла инергә әҙер. Бер ниҙән ҡурҡмай улар,  бына ниндәй ул мөхәббәт ҡөҙрәте!Айгизә исемле яңы танышыбыҙ тап шундайҙарҙан.

Көткән йәрең барҙа...Көткән йәрең барҙа...
Көткән йәрең барҙа...

Ошо көндәрҙә ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егете янына барып ҡайтҡан.

- Ҡайҙа юлланғанымды һәм был хәүефле сәйәхәтем нимә менән бөтөргә мөмкинлеген аҡылым менән яҡшы аңлай инем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һөйгәнемде барып күреү теләге нығыраҡ ине һәм ул бар ҡурҡыуҙы еңде. Юлға әхирәтем менән бергә сыҡтыҡ. Уның да тормош иптәше шунда уҡ хеҙмәт итә. Барҙыҡ, күрештек, өй ризыҡтары менән һыйлап ҡайттыҡ, – ти Айгизә.

Йәштәр ике йыл дауамында дуҫлашып йөрөй. Өйләнешеп өлгөрмәйҙәр, егет өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, Тыуған ил һағына баҫа.

- Буласаҡ кәләшем бар кәртәләрҙе лә үтте (көлә). Беҙҙең мөхәббәт йылдар һынауына ғына түгел, һуғыш утына ла бирешмәне. Киреһенсә, хистәребеҙ тағы ла тәрәнерәккә әйләнде. Алла бирһә, һөйгәнем риза булһа, әлбиттә, икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡанда өйләнешеп тә ҡуйырбыҙ, – тип теләктәре менән бүлешә “амбал” ҡушаматлы Яманһаҙ егете.

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас