Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Июль 2024, 11:15

Рәсәйҙә ишле ғаиләнең берҙәм таныҡлығы раҫланды

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаған таныҡлыҡ өлгөһө барлыҡҡа киләсәк. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаған таныҡлыҡ өлгөһө барлыҡҡа киләсәк. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Башта – ҡағыҙ, ә артабан электрон таныҡлыҡ булдырыласаҡ. Ғаиләләр уны үҙ төбәгендә ярҙам сараларын һәм тотош илдә федераль льготалар алыу өсөн файҙаланырға мөмкин (мәҫәлән, мәҙәни йәки ял итеү учреждениеларында).

Таныҡлыҡ биреү тәртибе төбәк кимәлендә билдәләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда күп балалы тигән статусты раҫлаған һәм магазинда, күңел асыу үҙәгендә, музейҙа, театрҙа төрлө ташламаларға хоҡуҡ биргән рәсми документ 2019 йылда уҡ таратыла башланы. Хәҙер илдә шундай берҙәм документ булдырыла.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас