1 «Көйләүҙәр» — «Бәйләнештәге ҡоролмалар» бүлегенә инегеҙ һәм бөтә асыҡ сессияларҙы, һеҙгә бәйле ҡоролмаларҙы һүндерегеҙ.
2 Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары тураһында статуста хәбәр итегеҙ.
3 Мессенджерҙы алып ташлағыҙ һәм уны ҡушымталар магазины аша яңынан күсереп алығыҙ. Иҫәп яҙмағыҙҙы СМС-код ярҙамында раҫлағыҙ. Ошо кодты индергәндән һуң мутлашыусылар һеҙҙең иҫәп яҙмағыҙға инә алмаясаҡ.
4 Әгәр ике аҙымлы тикшереү ҡуйылған булһа, мессенджер пин-код һораясаҡ. Уны индерегеҙ.
Әгәр бындай тикшереү алымын аккаунтығыҙҙы ватҡанға тиклем ҡуймаған булһағыҙ, әммә ҡушымта код һорай икән, тимәк, уны мутлашыусылар үҙҙәре ҡуйған. Борсолмағыҙ — һеҙ СМС-код интергәндән һуң улар иҫәп яҙмаһына инеү мөмкинлеген юғалта.
Ләкин 7 көн көтөргә тура киләсәк — код юҡҡа сыға, шунан һуң ғына һеҙ иҫәп яҙмаһына инә аласаҡһығыҙ.
5 Мессенджерҙың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ һәм аккаунтығыҙҙы ватыуҙары тураһында хәбәр итегеҙ. Белгестәр иҫәп яҙмағыҙҙы контролдә тотоу мөмкинлеген тергеҙергә ярҙам итәсәк һәм өҫтәмә кәңәштәр бирәсәк.
6 Һеҙҙән киткән хәбәрҙәрҙе тикшереп сығығыҙ һәм яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ. Бер кемдең дә мутлашыусылар файҙаһына эш итмәгәненә инанығыҙ.
Артабан аккаунтығыҙҙы ватыу хәүефен булдырмау өсөн 6 һанлы кодтан ике аҙымлы тикшереү ҡуйығыҙ. "Көйләүҙәр" бүлегендә — «Аккаунт», артабан «Ике аҙымлы тикшереү» — «Ҡабыҙыу» тигән опцияларҙы һайлағыҙ.
*WhatsApp — Meta компанияһына ҡарай (ул Рәсәйҙә экстремист компания тип танылған).
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан