Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 10:10

Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр

Беҙҙең район  үҙенең матур тәбиғәте, бай мәҙәни мираҫы, күренекле тәбиғәт һәйкәлдәре менән ҡунаҡтарҙы үҙенә ылыҡтыра. Туризм өлкәһе районыбыҙҙа йылдам үҫеш ала. Ул әүҙем һәм сәләмәт ялдың иң таралған төрҙәренең береһе. Районы биләмәһендә тарихи һәм тәбиғәт ҡомартҡылар бик күп.

Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр
Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр

беҙ һеҙҙе изге урын һыналған “Пәйғәмбәр ташы” тип аталған урын һәм уның риүәйәте менән таныштырабыҙ.

Һабыр ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡаҙырша ауылы янында "Пәйғәмбәр ташы" тип йөрөтөлгән таш бар. Таштағы уйылып торған урынды, кеше эҙенә оҡшатып шулай тип әйтәләр. Һаҡмарҙың ҡушылдығы Бирмәҫбаш йылғаһынан бер-ике саҡрым самаһы түбәнерәк Ҡыһыланташ итәгендә, яҫылығы – бер, оҙонлоғо өс метр самаһы ташта, яҡынса 18 сантиметр оҙонлоғонда “эҙҙәр” улар. Иң ғәжәпләндергәне: уның эргәһендәге ташҡа уйылған һүҙҙәр. Күп ғалимдар өйрәнергә тырышһа ла, әлегә тиклем унда нимә яҙылғаны билдәһеҙ. Хоҙай ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән изге урынға элек-электән данлы заттар, дин әһелдәре, әүлиәләр килеп аят уҡыған, ошо ергә үҙ фатихаларын биргән. Бөгөн “Пәйғәмбәр ташы” Көньяҡ Урал төбәгенең ете мөғжизәһенә һәм Йылайыр районының туристик паспортына индерелгән. Йылайыр менән Хәйбулла районының сигендә урынлашҡан был ергә көндәр ҡороп юл асылыу менән үткенселәр генә түгел, туристар килә башлай. Ҡаҙырша халҡы әүлиәләр баҫҡан изге урынды ҡәҙерләп һаҡлай, эргә тирәһен бағып матурлап тора.
Риүәйәттәр буйынса, башҡорт Әүлиәһе улы менән Бирмәҫбаш йылғаһы үҙәне буйлап кафырҙарҙан ҡасырға мәжбүр була. Хәлдән тайған Әүлиә йылға ярында үҫеп ултырған ерек ағасы янына килеп йылғанан һәм ағастан уға ярҙам итеүен үтенә. Әммә ағас ярҙам итеүҙән баш тарта. Үпкәләгән Әүлиә уға: "Тамырҙарың- һыуҙан, башың ҡыуҙан айырылмаһын! ", – тигән. Шунан алып йылға тирәһендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, ерек ағасы үҫә алмай, ҡорой. Әүлиәне ҡая таштары араһына ҡарағай йәшергән. "Мәңге йәшел бул!" - тигән. Ҡарағайҙар бүләккә – мәңгелек йәшеллеккә төрөнә. Йәйҙең эҫе көнөндә, Әүлиә, дошмандарынан ҡасып, улы менән ҡая башынан аҫҡа һикерә. Бына шулай ҡая эргәһендә ятҡан ҙур ғына ташта уларҙың эҙҙәре ҡала. 

Халыҡ ташҡа ҡатҡан был эҙҙәрҙе “Пәйғәмбәр эҙҙәре” тип атай башлай. "Пәйғәмбәр ташы"  – изге таш тип иҫәпләнә. Уның янынан үткәндә, мотлаҡ туҡталып, хәйер бирергә кәрәк тигән ырым да йәшәй.

 

Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр
Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр
Йылайырға килһәң, "Пәйғәмбәр" ташын һис шикһеҙ барып күр
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: