Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 15:15

Тыныс йоҡла, батыр яугир

Районыбыҙ ҙа тағы ла оло юғалтыу. Яманһаҙ ауылы егете Гамлет Ерицян менән хушлаштыҡ.

Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир

Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары военкомы Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов ҡатнашты.

Гамлет Араратович алыҫ Әрмәнстанда 1991йылдың 1 декабрендә донъяға килә. Ул бәләкәй саҡта ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп килә һәм Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында төпләнә. Гамлет ауыл мәктәбендә урта белем ала. Мәктәптә уҡығанда кикбоксинг менән мауыға. Район ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен ала.

2014 йылда Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариат тарафынан Рәсәй Армияһына саҡырыла. Екатеринбург ҡалаһында элемтәсе булып хәрби хеҙмәт үтә.

Әрменән һуң шәхси хужалыҡ алып бара.  

2024 йылдың 20 ғинуарында Гамлет Араратович контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға ҡушыла һәм Тыуған илебеҙҙе яҡларға китә. Ул 21005-се ғәскәри частың 74-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә.

Хеҙмәт итеү осоронда үҙен юғары дисциплиналы яугир итеп күрһәтә. Бер нисә тапҡыр яралана, әммә һауығып сыҡҡас, яңынан алғы һыҙыҡҡа хеҙмәттәштәре янына бара. Хәрби задание үтәү барышында 2024 йылдың 2 июнендә Донецк Халыҡ Республикаһының Новоалександровка ауылы янында батырҙарса һәләк була. Ул ахырына тиклем хәрби антына, иленә тоғро ҡала.

Гамлет Араратович Ерицянға, һәләк булғандан һуң, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн «Батырлыҡ ордены» бирелә.

Гамлет Араратовичты белгән һәр кем уны изге күңелле, асыҡ, ысын ир-егет итеп хәтерләйәсәк. Тыныс йоҡла, батыр.

Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир
Тыныс йоҡла, батыр яугир
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: