Ирекмән-яҡташыбыҙ Дмитрий Сергеевич менән хушлашыу район мәҙәниәт һәм ял йорто янында уҙғарылды. Матәмдә район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, мәрхүмдең ҡатыны, балалары, ата-әсәһе һәм яҡындары ҡатнашты. Тоғро дуҫтарын оҙатырға күп халыҡ йыйылған ине.
– Дмитрий минең өсөн, тәү сиратта, яҡты кеше. Шуға ла уға үҙемдән һәм бөтә яҡташтарым исеменән рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм. Беҙ яҡшылыҡтың нисек үлсәнә икәнен белмәйбеҙ. Әммә беҙ Дмитрийҙың беҙҙең өсөн тоғро дуҫ һәм ҡотҡарыусы булыуын яҡшы беләбеҙ. Яуҙағы егеттәребеҙгә ашығыс йөк оҙатырға кәрәк булһа, беҙ Дмитрийға мөрәжәғәт итә инек. Һәм шуны белдек: өс көндән ул уны алып барып еткерәсәк. Ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта Дмитрийҙың бөтә маршруттары махсус хәрби операция зонаһына булды. Ул яугирҙәрҙе яу яланына алып барыуҙан һәм гуманитар йөк ташыуҙан тыш, егеттәребеҙгә тыуған ер йылыһын да ташыны... Беҙ был ерҙә күпме йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ. Бына Дмитрий, үҙенә ерҙә йәшәү өсөн бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерен лайыҡлы үтте. Ил, район шундай кешеләргә таяна. Дмитрийҙың батырлығы, фиҙакәрлеге барыбыҙ өсөн дә өлгө ул. Балалары ҡыйыу атайҙары менән ғорурлана ала. Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, – тине һүҙе һуңында Борис Николаевич.
Дмитрий үлгәндән һуң Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Генерал Шайморатов миҙалы менән батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр бүләкләнә. Ә Дмитрийҙың ҡылған эштәре ихтирамға һәм наградаға лайыҡ икәнен яҡшы беләбеҙ.
Унан башҡа Дмитрий Сергеевич Пименов Рәсәй Фдерацияһы Президенты Указы менән «Тыл хеҙмәтсәне», «Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ» миҙалдары менән наградланған була. Был, әлбиттә, күп нәмә хаҡында һөйләй.
Дима – оло йөрәкле һәм киң күңелле кеше булды. Шуға күрә лә ул Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусы яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеү буйынса эшкә әүҙем ҡушылды. Ул һалдаттарҙың хәрби тормошоноң бөтә ауырлыҡтары тураһында ишетеп кенә белмәне, сөнки яугирҙәрҙе һәм гуманитар йөктө алғы һыҙыҡҡа тиклем алып бара, бер нисә көн буйына улар менән бергә блиндаждарҙа йәшәй һәм йоҡлап йөрөй торғайны...
Сираттағы шундай юл йөрөүендә, Дмитрий ҡурҡыныс юл фажиғәһенә тарый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере 43 йәшендә генә өҙөлдө.
Ҡәҙерле яҡташыбыҙ Дмитрийҙың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.
Е.Венидиктов фотолары.