Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Август 2024, 14:20

Иҫерек ир өс йәшлек малайҙы тапаған

Был ҡот осҡос хәл Йылайыр районының Юлдыбай ауылында кисә киске сәғәт ундар тирәһендә булған.

Иҫерек ир өс йәшлек малайҙы тапағанИҫерек ир өс йәшлек малайҙы тапаған
Иҫерек ир өс йәшлек малайҙы тапаған


55 йәшлек иҫерек ир МТЗ-80 тракторы менән өс йәшлек баланы тапаған. Малай урамда өлкән апаһы менән уйнап йөрөгән була.

Билдәле булыуынса, ирҙең водитель таныҡлығы булмаған, тракторы теркәлмәгән.

"Бала ауыр йәрәхәттәр алған. Әлеге ваҡытта уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә", - тип хәбәр итә республика буйынса ЮХХДИ.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim?from=search&w=wall-153665096_225877

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас