– Туҙан һөртә торған сепрәкте кер сайҡата торған кондиционер менән еүешләһәң, һөртөлгән урындарға саң әҙерәк ултырыр.
– Ванна бүлмәһендә күк (плесень) барлыҡҡа килмәһен өсөн 5 л һыуға 1 төймә фурацилин һалып, стеналарын йыуып төшөрөгөҙ. Әгәр инде күк булһа, 1 төймә дарыуҙы 1 л һыуҙа иретеп йыуығыҙ. Ванна бүлмәһен бик йыш елләтеп тороғоҙ.
– Ваннаны ағартыр өсөн 2 аш ҡалағы – кальцийлы һәм 2 аш ҡалағы аш содаһын ҡушып, яҡшылап бутарға һәм еүеш ваннаны ошоноң менән ышҡырға кәрәк. 10 минуттан һуң 50 г аш һеркәһенә 50 г белизнаны ышҡыған состав өҫтөнә буярға. Тағы ла ярты сәғәттән мул итеп һыу ҡулланып, ваннаны ялтыратып йыуып, матурлап сайырға ғына ҡала.
– Һауыт-Һаба йыуа торған губка бик майланһа, пластик һауытҡа 2 стакан ҡайнар һыу һәм 2 аш ҡалағы тоҙ һалып бутағыҙ ҙа губканы шуға һалып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ.