Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Август 2024, 11:15

Трактор аҫтында ҡалған баланың артабанғы яҙмышы асыҡланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Юлдыбай ауылында фажиғә теркәлде, иҫерек тракторсы өс йәшлек баланы тапаланы. Ауыр йәрәхәттәр алған бала Баймаҡ ҡала дауаханаһына оҙатыла.

Трактор аҫтында ҡалған баланың артабанғы яҙмышы асыҡландыТрактор аҫтында ҡалған баланың артабанғы яҙмышы асыҡланды
Трактор аҫтында ҡалған баланың артабанғы яҙмышы асыҡланды

Әммә, табиптар тырышһа ла, баланы ҡотҡара алмайҙар. Был хаҡта республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Билдәле булыуынса, балаға санавиация килә, әммә авария ваҡытында алған йәрәхәттәре үлемесле булып сыға. Бала уҙған төндә вафат булған.

Трактор менән идара иткән ир иҫерек була. Медицина тикшереүе күрһәтеүенсә, водителдең бер литр һулыш һауаһына 0,869 миллиграмм спирт тура килә.

Вафат булған баланың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ: «КП-Уфа».

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас