Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Август 2024, 11:40

СВО-ла булған журналист менән осрашыу

Билдәле журналист Ильяс Батыргәрәевте белмәгәндәр һирәктер. Тыңғыһыҙ егет беҙгә БСТ каналы аша яҡшы таныш.

СВО-ла булған журналист менән осрашыуСВО-ла булған журналист менән осрашыу
СВО-ла булған журналист менән осрашыу

Әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы һәм кеше яҙмышына битараф булмаған хәбәрсе булараҡ, Ильяс Батыргәрәев, беҙҙең егеттәргә ярҙам кәрәк булғанда, ситтә ятып ҡала алмай һәм хәрби хәбәрсе булып СВО зонаһында юллана.

Ошо көндәрҙә Ильяс Батыргәрәев Йылайыр ауылы халҡы менән йылы осрашыу үткәрҙе. Сараның тәүге өлөшөндә уҡыусылар өсөн «Ике ағай» фильмы күрһәтелде. Ҡыҫҡа фильм балаларға тормош асылы, ғүмер ҡәҙере хаҡында һөйләй, илһөйәрлеккә өйрәтә.

Үрҙә билдәләп үткәнебеҙсә, Ильяс Батыргәрәев 8 ай дауамында махсус хәрби операция зонаһында була. Һәм, әлбиттә, ул илһөйәрлек хаҡында ишетеп кенә белмәй...

2022 йылдың октябрь айында Ильяс тәүге тапҡыр бара. Унда ул Севастополгә гуманитар конвой менән юллана.

Икенсе тапҡыр Ильяс Батыргәрәев СВО зонаһына 2023 йылдың март аҙағында – апрель башында бара. Отставкалағы подполковник, легендар комдив генерал Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны Марат Ғәҙелшин бронялы «Урал» ды йыйып, уны беҙҙең яугирҙәргә шәхсән тапшырыу өсөн махсус хәрби операция зонаһына сыға. Үҙе менән ҡуша Ильясты ла ала. Ул саҡта улар генералдың һәләк булған урынына – ЛНР-ҙың Штеровка ауылына, шулай уҡ Петровский ҡалаһына баралар. Ундағы М.М. Шайморатова исемендәге мәктәптә лә булалар.

Ошондай ике сәйәхәт Ильяс өсөн хәл иткес булалыр, күрәһең. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Башлығының беренсе вице-премьеры булған Азат Бадранов уны, журналист булараҡ, тәүге һыҙыҡҡа килергә саҡыра. Хәбәрсе ризалаша.

Ильяс Батыргәрәевтең был командировкаһы 20 майҙа башлана һәм август аҙағына тиклем дауам итә. «Был минең өсөн дә, ата-әсәйем һәм ҡатыным өсөн дә ҙур һынау булды, – ти Ильяс. – Улар быны бик ауыр ҡабул итте, әммә шул уҡ ваҡытта был мөһим бурыс, һәм баш тартырға ярамай икәнен аңланылар».

– Аҙаҡҡы йылдар эсендә республика халҡы бик ныҡ берләште. Патриотизм темаһы хәҙер бик юғары кимәлдә. Һуғыш булғас, ауыр мәлдәрһеҙ ҙә, әлбиттә, булмай. Егеттәрҙең үлеме хаҡында ишетеүе, белеүе ауыр. Сөнки йәш, шәп, матур, көслө, белемле, тыйнаҡ егеттәр улар. Беҙҙең егеттәр лайыҡлы хеҙмәт итә, иң ҡаты йүнәлештәрҙә хеҙмәт итә, – тип һөйләй Ильяс. – Был хаҡта һөйләү һәр саҡ ауыр. Әле генә һалдат менән аралашаһың, интервью алаһың, ул унда өйгә сәләмдәрен тапшыра. Оҙаҡламай һәләк була. Әгәр һин был видеоны һалырға өлгөрмәһәң, был хәбәрҙе туғандарыңа еткерергә өлгөрмәнең... Йөрәк әрней...

Махсус хәрби операция барышында Ильяс беҙҙең күп кенә егеттәр менән аралашып өлгөрә, улар хаҡында төрлө сюжеттар төшөрә. Был ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле сюжеттар аша хәбәрсе яугирҙәрҙең көндәлек тормошо, һалдат хеҙмәте, хәрби техникаларҙың эше хаҡында күп һөйләй.

Алғы һыҙыҡта төшөрөлгән репортаждары тамашасы күңеленә тәрән үтеп инә, был фильмдар һалдат тормошон, уларҙың батырлығын һәм профессионаллеген генә түгел, ә кешелек аспекттарын – көндәлек хәстәрлектәрен һәм кисерештәрен асыҡ күрһәтә. Уның эштәре ярҙамында беҙ хәрбиҙәрҙең ысын тормошо нисек булыуын, уларҙың хистәре һәм кисерештәре тураһында белә алабыҙ.

Йылайыр ауылында барған осрашыу барышында Ильяс Батыргәрәев ауыр һалдат тормошо, фронт һыҙығы, егеттәрҙең батырлығы хаҡында күп һөйләне. 

Бындай осрашыуҙар бик мөһим. Беҙ унда барған ваҡиғаларҙы күрергә һәм белергә, яугирҙәребеҙҙең нимә менән һәм ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашыуын аңларға тейешбеҙ. Был, әлбиттә, ил һағында ал-ял белмәй хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙға хөрмәт менән ҡарарға, уларҙы ихтирам итергә өйрәтә.

Автор фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас