Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
30 Август 2024, 10:20

Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттеләр

«Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» проекты сиктәрендә, Йылайыр районының бер төркөм өлкән йәштәгеләре сәйәхәттә булып ҡайтты.

Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттеләрБашҡортостан буйлап сәйәхәт иттеләр
Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттеләр

Оло йәштәгеләр өсөн иҫәпләнгән «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» проекты 2020 йылдан алып эшләп килә. Был осор эсендә меңләгән хаҡлы ялдағылар республика буйлап сәйәхәт ҡылды, быға тиклем күрмәгән ерҙәр менән танышты.

Августың һуңғы көндәрендә Йылайыр районынан 60 йәште үткән илле пенсионерҙы «Яҡтыкүл – Урал аръяғының ынйы йөҙөгө» тип аталған сәйәхәткә алып барҙылар. Бының өсөн республика етәкселеге илле урынлыҡ комфортлы автобус бүлде.

Сәйәхәтселәр тәүҙә Әбйәлил районы буйлап үтте, Күсем ауылындагы Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың музейы менән танышты.

Сәйәхәттең төп маҡсаты булған «Яҡтыкүл» шифаханаһына барып етеп, күл буйында ял иттеләр, матур мәлде хәтерҙән юйылмаҫлыҡ итеп ҡалдырыу өсөн фотоға төшөп тә алдылар. Төшкө ашты шифахананың ашханаһында ашап алғас, Белорет районына юлланды улар. Күптәр яратып барған ял итеү урыны «Абзаҡ» аквапаркында бассей инеп, һыу аттракциондарында ял итеп кинәнделәр.
– Әбйәлил һәм Белорет райондарының иҫ киткес матур тәбиғәтенә һоҡланып, хозурлығына ҡыуанып бөтә алманыҡ. Көн бик күңелле үтте, сәйәхәттән илһам, йәшәүгә көс алып ҡайттыҡ. Ошондай матур проект уйлап тапҡаны өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ, – ти сәйәхәт ҡылған пенсионерҙар.

Әйткәндәй, https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, республикабыҙҙа йәшәгән 55 йәштән өлкәнерәк һәр кем үҙенә ярашлы турҙы һайлап, Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә ала.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас