Осрашыуға был көндө беҙҙең районда эш сәфәре менән булған билдәле журналист, блогер Ильяс Батыргәрәев тә саҡырылды. Аралашыу рәсми булмаған шарттарҙа үтте.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары килеп тыуған ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар һәм проблемалары тураһында һөйләне, борсоған һорауҙарын бирҙе. Шулай уҡ уларҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға социаль ярҙам саралары ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашыу барышында юридик мәсьәләләр, ғаиләләрҙең психологик проблемалары хаҡында ла һүҙ булды..
Теләгән һәр кем был осрашыу барышында үҙ һорауҙарына ыңғай яуаптар алды.
– Беҙҙең тырышлыҡ бер дөйөм эшкә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, шуға күрә беҙ бөтә структуралар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Килеп тыуған бөтә проблемаларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү мөһим, – тип билдәләне Борис Николаевич.
Бындай осрашыуҙар махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына үҙ кисерештәрен иркенерәк уртаҡлашырға һәм уларҙы борсоған һорауҙарҙы бирергә мөмкинлек бирә.
Автор фотолары.