Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 03:30

Һайлау башланды!

Йылайыр ауылындағы 1997-се һайлау участкаһы эшен башланы.

Һайлау башланды!Һайлау башланды!
Һайлау башланды!

Республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығын һайлау башланды.  Республикала 3302, шул иҫәптән беҙҙең районда 51 һайлау участкаһы үҙ эшен башланы. Тауыш биреү өс көн дауамында – 6,7, 8 сентябрҙә барасаҡ. Һайлау участкалары 08:00 сәғәттә ишектәрен асты һәм 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.

Һүрәттә Йылайыр ауылының 1997-се һайлау участкаһы.

Г.Таһирова фотоһы. 

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас