Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 06:00

Фатирҙар уйнатыла!

"Рәхмәт-2024" акцияһы сиктәрендә фатирҙар, автомобилдәр, сәйәхәт, квадроциклдар, велосипедтар, электролампалар, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм башҡа көнкүреш тауарҙары оторға мөмкин.

Фатирҙар уйнатыла!Фатирҙар уйнатыла!
Фатирҙар уйнатыла!

Һәр бер тауыш биреүсегә 8 символдан торған QR-билет тапшырыласаҡ. Уны рахмат.рф сайтында теркәргә кәрәк.

330 бүләк араһында фатирҙар, автомобилдәр, сәйәхәт, квадроциклдар, велосипедтар, электролампалар, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм башҡа көнкүреш тауарҙары бар.

Һайлауға килеп, тауыш биреп, волонтерҙарҙан QR - билет, беләҙектәр алғас, уны теркәгәс тә, билеттарығыҙҙы юғалтмағыҙ, 30 сентябргә тиклем һаҡлағыҙ.

Бүләктәр 6 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00 сәғәттәрҙә, 7 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00, 8 сентябрҙә 14:00 сәғәттәрҙә үтәсәк. Шулай уҡ, 8 сентябрҙә "Приздар төнө"уҙа. Унда 130 приз уйнатыласаҡ. 13 сентябрҙә “Сәләм “ тапшырыуында фатир, машина һәм Сочиға билеттар уйнатыласаҡ.

Әйткәндәй, ойоштороусылар еңеүселәр менән үҙҙәре бәйләнешкә сыға. Бер ниндәй ҙә код, СМС-хәбәр һорамайҙар, иғтибарлы булығыҙ!

Һүрәттә: Йылайыр ауылынан ирекмән Рәзидә Моталлапова.

Г.Таһирова фотоһы. 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас