Республика халҡы өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай.
Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары ла ишектәрен йәнә асты. Республика Башлығын һайлауҙа бөтә парламент партияларынан биш кандидат теркәлгән һәм ҡатнаша. Һайлау участкалары өс көн дауамында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
2012-се һайлау участкаһына ҡараған Япарһаҙ ауылынан Исҡужин Булат менән Баймурзин Даян һайлауға үҙҙәре лә яҡшы кәйефтә килеп, башҡаларҙың да кәйефен күтәреп ҡайтып китте. Бейергә саҡырған дәртле көй аҫтында өҙҙөрә баҫып бейегән ир-егеттәргә ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.
- Һайлау - үҙе бер байрам инде! Тауыш бирҙек, республикабыҙ артабан да сәскә атыр, Алла бирһә, - ти улар.