Тағы ла бер уңайлы, матур һәм функциональ тәғәйенләнеше буйынса бик файҙалы йәмәғәт урыны булдырылды. Балаларға – уйнарға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә спорт менән шөғөлләнергә урын булды. Унда ололарға ла күңелһеҙ булмаясаҡ.
Бөгөн уңайлы, матур һәм файҙалы йәмәғәт киңлектәрен булдырыуға, шул иҫәптән ауыл ерендә лә, етди иғтибар бүленә.
Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығы:
– Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙерге балаларға һәм үҫмерҙәргә мин бер аҙ көнләшәм. Беҙ мәктәптә уҡыған ваҡытта улай спорт ҡоролмалары булманы. Был яңы парк бик функциональ булыуы менән айырыла. Тәнен һәм рухын нығытырға теләгәндәр өсөн иң уңай урын. Шуны ла билдәләп үтмәй булдыра алмайым, былар барыһы ла Радий Хәбиров алып барған сәйәсәт емеше. Радий Фәрит улының белемде мәктәптә бирәләр, мәҙәниәтте мәҙәниәт йорттарында еткерәләр, ә идарасылар спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға айырыуса иғтибар бүлергә тейеш, тигән фразаһы ҡанатлы булып китте. Һәм, күреүебеҙсә, бөгөн был эш бөтә кимәлдә лә уңышлы алып барыла. Был парк ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнер тип ышанам.
Павел Чекашкин, райондың спорт хәрәкәте активисы:
– Ике-өс йыл элек ошо урында бушлыҡ булды, эргәлә йәшәгәнгә күрә, һыйырым өсөн бесән саба инем бында. Хәҙер һыйыр тотмайым, шуға күрә ҡайғырмайым, киреһенсә, был урындың шул тиклем матур һәм кешеләр өсөн файҙалы итеп төҙөкләндерелеүенә ихлас шатланам ғына. Хәҙер бында ағастар күләгәһендә йәш әсәйҙәр коляскалар менән йөрөй, кистәрен йәштәр йыйыла, парк гөрләп тора. Ваҡыт үтеү менән бында кеше тағы ла күберәк булыр, тип уйлайым. Бынан тыш, спорт һәм мәҙәни-күңел асыу сараларын үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ауылыбыҙҙа ошондай яҡшы йәмәғәт киңлеге булдырылған, һәм уның беҙгә күп йылдар хеҙмәт итеүен теләргә генә ҡала.
Фото Е.Гордова.