Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь , 15:55

Бәхил бул, һалдат!

Йылайыр ере йәнә батыр улын юғалтты. Украинала барған махсус хәрби операция барышында ҡаһарман яҡташыбыҙ рядовой Хәйерзаман Атанғолов һәләк булды.  

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

Хәйерзаман Хәлил улы 1967 йылдың 15 июлендә Һабыр ауылында тыуған. Эшсән, татыу ғаиләлә икенсе бала булып буй еткерә. Урта белемде тыуған ауылында ала. Тыйнаҡ, уҡыуға һәләтле, ярҙамсыл егетте уҡытыусылары гел маҡтап телгә алыр була, тиҫтерҙәре араһында ла абруй менән ҡаҙана. 1986 йылда тыуған иле алдындағы изге бурысын үтәргә әрме сафтарына юллана. Алыҫ Чехословакияла снайпер булыр хеҙмәт итә ул. Ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә йөрөй. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһының торлаҡ – коммуналь хеҙмәтләндереү идаралығында эшләй.

2024 йылдың 13 мартында Хәйерзаман Хәлил улы махсус хәрби операция зонаһына юлланырға  ҡарар итә һәм 52892-се ғәскәри часының 132-се айырым штурмлау бригадаһына контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ул үҙен алдына ҡуйылған мөһим хәрби бурыстарҙы һәр ваҡыт теүәл үтәгән ҡаһарман яугир итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы задание барышында 27 июлдә Донецк Халыҡ Республикаһының Горловка тораҡ пункты янында батырҙарса һәләк була.  Һабыр ауылы батыры һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡала...

Ҡыйыу яҡташыбыҙ менән бәхилләшеү митингында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты  Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, беҙҙең яугирҙәребеҙҙең рухи остазы, “Башҡортостан” полкы имамы Хәмзә хәҙрәт Хәфизов, һалдаттың туғандары, класташтары, дуҫтары, ауылдаштары ҡатнашты. Матәм сараһын Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссары Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов алып барҙы.

 Яуҙирҙең яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашыу өсөн  һүҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты  Ф.Н. Моратбаҡыевҡа бирелде.

  • Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, Ҡоролтай депуттары корпусы исеменән батыр йөрәкле яугир Хәйерзаман Хәлил улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, – тине Фәнит Насип улы. – Бына ошондай батыр рухлы яугирҙәребеҙҙең өлгөһөндә беҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Сөнки илебеҙ киләсәге өсөн башын һалған егеттәребеҙҙең ҡаһарманлығы – мәңгелек. Бәхил бул, һалдат. Беҙ һине онотмаҫбыҙ...

Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа бирелде.

  • Кешегә күпме ғүмер бирелгәне бер кемгә лә билдәле түгел. Ә бына ҡылған ғәмәлдәре өсөн һәр кем үҙе яуаплы, йәғни, тормош китабына үҙебеҙ яҙабыҙ. Хәйерзаман Хәлил улы – тыуған илен, ерен яҡлап, үҙ ғүмерен бирҙе. Бына ошондай батыр егеттәребеҙ беҙҙең киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәш алып бара. Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, ғәзиз һалдаттарыбыҙҙы яу еренә беҙ кире ҡайтыр тигән өмөт менән оҙатабыҙ. Ҡыҙғаныс, әммә һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул. Саралар юҡ, нисек кенә ҡыйын булмаһын, яу ҡырында башын һалған егеттәребеҙ хаҡына беҙ берҙәм, көслө булырға тейешбеҙ.Бергә тупланыу беҙгә хәҙер һулар һауа кеүек кәрәк. Шуны онотмайыҡ! Ә батырыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...    

Күптәребеҙ махсус хәрби операция, ундағы хәл-торош тураһында зәңгәр экран аша күреп йәки гәзит-журналдар, интернеттан уҡып ҡына белә. Ә бына полк имамы, хөрмәтле Хәмзә хәҙрәт Хәфизов махсус хәрби операцияның башынан алып Украин еренә даими рәүештә йөрөй. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки ҡыйыу йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ аҫыл ир-атҡа ла “тегендә” рухи терәк бик кәрәк. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан ваҡыттарын да ял итеп уҙғармай имам, төрлө осрашыуҙар үткәрә, дини ғәмәлдәр башҡара, һалдаттарҙың яҡындарына уларҙың һағынышлы сәләмдәрен еткерә, күп кенә проблемалы һорауҙарҙы хәл итә, матәм сараларында ҡатнаша...

  • Иман булған ергә ҡот килер, тиҙәр. Яугирҙәребеҙ менән бергәләп ике йыл рәттән ураҙа тоттоҡ, ҡорбандар салабыҙ, намаҙ уҡыйбыҙ. Һалдаттарыбыҙҙың рухы ныҡ, шөкөр. Беҙҙең Хәйерзаманыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙан булғандыр, иманым камил. Шәһит киткән  батыр һалдатыбыҙға һис шикһеҙ ожмах ҡапҡалары асыласаҡ. Уның изге рухына аяттар бағышлап, күңелдәребеҙҙә  матур хәтирәләр һаҡлап йәшәйек, амин, – тине үҙенең сығышында хөрмәтле Хәмзә Хәҙрәт.


– Беҙҙең Заманыбыҙ бала саҡтан шул тиклем ипле, мөләйем булды. Теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынды, спортты ла үҙ итте. Улың шулай иртә китеүе беҙҙең өсөн оло юғалтыу. Ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән, тыуған иленең именлеге өсөн башын һалған батыр класташыбыҙҙы беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, – тине яугирҙең һабаҡташы Рәзинә Каскинова.

Улы Саматтың бәхилләшеү телмәре лә йыйылыусыларҙың йөрәгенә үтеп инде.

  • “Улым, һин минән яҡшыраҡ, уңышлыраҡ булырға тейешһең”, – тип ҡабатларға яратты атайым. Бына ошо һүҙҙәрҙе мин тормош маяғым итеп алдым һәм уның  миңә бағлаған өмөттәрен аҡларға тырыштым. Рәхмәт һиңә, атай, барыһы өсөн дә. Ҡаһарман яугиребеҙгә мәңгелек дан! Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!


Бик мөһим, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр был. Эйе, ер йөҙөндә һәм кешеләр хәтерендә үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу  – оло мәртәбә. Беҙҙең батыр яугиребеҙ тормоштағы был миссияһын тулыһынса үтәне...

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас: