Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
28 Июля , 06:40

Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс...

  Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс... Ир-егеттәрҙе армия хеҙмәтенә оҙатыу һәм уларҙың, хәрби бурыстарын үтәп, тыуған йорттарына ҡайтыуҙарын ҡаршылау һәр ғаилә, хатта барлыҡ ауылдаштар өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға, халҡыбыҙ тормошонда элек-электән килгән был сараның әһәмиәте, дөрөҫөрәге, бәҫе бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа бермә-бер күтәрелде. Һәр ата-әсә, туғандары һалдаттың тәүге әрме көндәренән алып хәрби мөҙҙәте тулғансы уның өсөн борсолоу хисе менән йәшәй. Ә улдарының хеҙмәттән имен-аман ҡайтыуҙары оло ҡыуаныс тыуҙыра. Июнь айының һуңғы көндәрендә район үҙәгендә йәшәгән биш балалы Илфат улыбыҙ һәм Айгөл киленебеҙ Такаловтарҙың ике игеҙәк Айгиз менән Нургиз улдары Алыҫ Көнсығыш хәрби округтан хеҙмәттән ҡайтып төштөләр.

Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс...Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс...
Ир-егеттәр ҡайтһын хеҙмәт иткәс...

Вокзалда бейене игеҙәк һалдаттар

Өфөгә тимер юл вокзалына килеп төшкән һалдаттарҙы ата-әсәһе, бик күп дуҫтары, яҡын туғандары, һабаҡташтары ҡаршы алдылар. Һағынышлы осрашыу, шатлыҡтан күҙ йәштәренә ирек биргән ошо мәлдә ике һалдат егет ошо ҡалала йәшәгән ағайҙары Алмаз менән вокзал залында дәртле башҡорт бейеүен башҡарып, йыйылған халыҡты хайран ҡалдыра. Бала саҡтан мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнгән, бер нисә тапҡыр “Байыҡ” республика бейеү конкурсында ҡатнашҡан, үҙҙәре белем алған Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатының “Аҡ йондоҙ”, Башҡорт дәүләт аграр университетының “Шатлыҡ” бейеү ансамблдәре составында сығыш яһаған Айгиз менән Нургиз өсөн дер һелкетеп бейеп алыу бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмағандыр. Бейеү улар өсөн күңел торошо ғына. Армиянан төйәккә аяҡ баҫҡас ихласлап бер бейеү егеттәрҙең күптәнге ниәте ине. Беренсенән, бер йыллыҡ хәрби хеҙмәт осоронда бейеү менән шөғөлләнергә уларҙың мөмкинселектәре лә булмағандыр. Икенсенән, армияға оҙатҡанда Баймаҡ хәрби комиссариаты алдында уларҙың бейеүен һорағанда, беҙ хеҙмәттән ҡайтҡас бейейәсәкбеҙ, тип һүҙ биргән инеләр. 

Баш ҡалала туғандарында бер көн ҡунаҡ булғас, игеҙәк һалдаттар Йылайырҙағы тыуған йорттарына ҡайттып төштөләр. Бында ла уларҙы ҙур ҡыуаныс менән, халыҡ йолаһына тап килтереп, күмәкләп ҡаршы алдылар.

“Герой яҡташыбыҙ исеменә тап төшөрмәнек”

Һауа десанты ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үткән, хәрби тормоштоң физик, рухи һынауҙарын үҙ елкәләрендә татыған, йөҙҙәренә һиҙелерлек етдилек, олпатлыҡ һыҙҙаттары ҡунған ейәндәремдән һалдат хеҙмәте тураһында һөйләүҙәрен һорағас,  икеһе лә бер тауыштан: “Армия – ысын батырлыҡ, сынығыу, берҙәмлек мәктәбе булды, тормошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе, беҙҙә ватансылыҡ тойғоһо нығынды”, - тип яуап бирҙеләр. Армияға тиклем спорт менән ныҡ дуҫ булған, кикбоксинг, бокс кеүек спорт төрҙәре буйынса Өфө ҡалаһы, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа күп еңеүҙәр яулаған егеттәргә хәрби күнекмәләрҙә яҡшы  һөҙөмтәләр күрһәтергә ярҙам иткән. Парашюттан бер нисә тапҡыр уңышлы һикергәндәр. “Беҙ Новосибирскиҙә яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған башҡорт яугиры Алмаз Сафин хеҙмәт иткән, хәҙер инде уның исемен йөрөткән десант-разведчиктар әҙерләүсе хәрби подразделениела хеҙмәт итеү бәхете тейҙе, - тип һүҙҙәрен дауам итте кисәге һалдаттар. – Серияла хәрби операцияла ҡатнашҡан старшина Сафин 2022 йылдың сентябрендә “Башкир” ҡушаматы аҫтында үҙ теләге менән Украинала барған хәрби бәрелешкә китә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың ғинуарында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, яу яланында һәләк була. Геройҙың исеме Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһының бер урамына бирелгән, ә ул хеҙмәт иткән Новосибирск хәрби уҡыу йорто алдында уның бюсы ҡуйылған. Данлы яҡташыбыҙ тураһында армияла ҙур ғорурлыҡ менән һөйләнеләр, уның исемен беҙгә һәр саҡ өлгө итеп телгә алдылар. Талапсан, ғәҙел, ҡыйыу командир, көслө спортсы булды, тип хәтерләй ине уның менән бергә хеҙмәт иткән беҙҙең офицерҙар. Герой Сафиндың даны, абруйы арҡаһында Башҡортостандан саҡырылған хеҙмәттәштәребеҙгә командирҙар, айырым мөнәсәбәттә булдылар, бигерәк тә беҙҙең милләт егеттәренә ҙур хөрмәт менән “башкирские батыры” тип ҡаранылар. Үҙебеҙ ҙә яҡташыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫкә тырыштыҡ,  яҡшы хеҙмәт иттек”. Махсус хәрби операцияға киткәндә Сафин:  “Мин баашҡорттарҙың яуҙа нисек батыр һуғышҡанын күрһәтәсәкмен! – тип хеҙмәттәштәре алдында ант биргән һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем был һүҙҙәренә тоғро ҡалған. Ҡаты яу бәрелешендә  үҙе һәләк булған, әммә иптәштәрен ҡотҡарған..”

Әйткәндәй, ейәндәрем ғорурланып һөйләгән Алмаз Миңлегәле улы Сафин Ҡасандыр мин эшләп киткән Әлшәй районында тыуған. Йәмле Дим буйындағы был төбәктә өсөнсө улым донъяға килде, ә ике улым Раевкала Алмаз Сафин уҡыған 2-се мәктәптә белем алдылар (был мәктәп бөгөн уның исемен йөрөтә), шунда улар спорт мәктәбендә шөғөлләнделәр. 40 йылдан һуң шул улдарымдың өлкәненең ике игеҙәк улдары Рәсәй Геройы десант-штурмовик Алмаз Сафин исемен йөрөткән хәрби подразделениелә һалдат хеҙмәтен уңышлы үтеп ҡайттылар. Ер түңәрәк шул...

Ильяс Такалов.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас